Хәйҙәр Вәлиев — Бөтә Рәсәй кәңәшмәһендә30.10.2013
Рәсәй төбәктәрендәге һайлау комиссиялары рәйестәре ҡатнашлығындағы ике көнлөк Бөтә Рәсәй эш кәңәшмәһе тамамланды.
Ҙур сараның тәүге көнөндә Мәскәү ҡала һайлау комиссияһы етәксеһе Валентина Горбунова, шулай уҡ Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев сығыш яһаны. Форумда электрон тауыш биреү комплексына ингән яңы ҡоролма өлгөһө күрһәтелде. Электрон бюллетендәге мәғлүмәттең төрлө телдә бирелеүе мөмкин. Ҡоролма менән таныштырған Федераль мәғлүмәтләштереү үҙәге етәксеһе Михаил Попов билдәләүенсә, бындай комплекс нигеҙендә автоматлаштырылған эш урыны булдырырға мөмкин. Ул участка һайлау комиссияһының протоколын электрон төрҙә әҙерләү һәм уны элемтә каналы аша юғарыға тапшырыуҙы тәьмин итәсәк. Кәңәшмәнең икенсе көнөндә Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе урынбаҫары Леонид Ивлев, башҡалар сығыш яһаны.