Туймазыла — яңы етәксе30.10.2013
Туймазыла — яңы етәксеТуймазы район Советы ултырышында Айҙар Рифғәт улы Суфияновты контракт буйынса район хакимиәте башлығы итеп тәғәйенләргә ҡарар ителде.

Айҙар Суфиянов 1972 йылдың 21 июлендә Туймазы ҡалаһында тыуған. Юғары белемле — Иваново дәүләт химия-технология академияһын һәм Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1989 йылда Туймазы автобетонташығыстар заводында слесарь булып башлай. 2003 йылда ҡаланың “Төньяҡ” муниципаль берәмеге башлығы итеп тәғәйенләнә. Артабан торлаҡ-коммуналь хужалыҡ идаралығы директоры була. Һуңынан биш йыл Туймазы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары булып эшләй. 2012 йылдан алып әлегә тиклем — Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары.


Вернуться назад