Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Альфред Зиннәтуллинды республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Альфред Зиннәтуллин 1959 йылда Үзбәк ССР-ының Алмалыҡ ҡалаһында тыуған. 1989 йылда Силәбе дәүләт техник университетын тамамлаған. 1990—2008 йылдарҙа “Союз” йәмғиәте рәйесе, генераль директор урынбаҫары, “Аваль” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры була, Өфөнөң Торлаҡ хужалығы идаралығында, “РосЭнергоРесурс” милли мәғлүмәт үҙәгендә эшләй. 2008 йылдан 2012 йылға тиклем — Өфөнөң Торлаҡ хужалығы идаралығында бүлек начальнигы, генераль директор урынбаҫары. 2012 йылдан алып әлегә тиклем уның директоры була.