"Ҡәҙерле атай, иптәш Берия!"30.10.2013
Кеше хәтере... Бер ниндәй архив та һыйҙыра, һаҡлай алмаған хәл-ваҡиғалар, ҡайғы-ғазаптар, яралы яҙмыштар тупланған унда. Кеше хәтере – бер ниндәй ҡорал менән дә юҡ итеп булмаѕлыҡ, ут менән дә яндыра алмаѕлыҡ әйбер. Изге әйбер. Ҡәҙерле әйбер.

Илебеҙ тарихындағы иң фажиғәле, иң ғазаплы осорҙарҙың береһе – үткән быуаттың 30-сы йылдары. Нахаҡҡа имгәтелгән яҙмыштар, сәбәпһеҙ өҙөлгән ғүмерҙәр... Күпме улар!
Иѕәндәрҙең ҡәҙерен бел, мәрхүмдәрҙең ҡәберен бел, тиҙәр. Башҡортостанда йәшәгән, ғәйепһеҙгә рәнйетелгән сәйәси золом ҡорбандарының “Хәтер” китабының биш томы бер нисә йыл элек баѕылып сыҡҡайны. Уның беренсеһенә генә лә 6 966 кешенең исеме теркәлгән!
Был баҫма — нигеҙһеҙ хөкөм ителгән яҡташтарыбыҙҙың исемен мәңгеләштереүсе, халыҡ һәм тарих алдында уларҙың йөҙөн аҡлаусы, намыѕын һаҡлаусы бер һәйкәл. Ул ҡыҙғаныс яҙмышлы кешеләр тураһында. Ҡыҙғаныс, сөнки уларҙың мал-мөлкәте тартып алынған, ғаиләләре тарҡалған. Ҡайһыһын атҡандар, ҡайһыһын – Себергә, ҡайһыһын алыѕ төньяҡҡа оҙатҡандар, Сталин лагерҙарында интектергәндәр. Улар тураһында мәғлүмәт бик аҙ, енәйәт эштәре папкаһындағы ялған документтар аша ғына был ҡорбандарҙың ысынында ниндәй кеше булыуын тулыһынса асыҡлау мөмкин түгел. Әммә шуныһы асыҡ: тотҡондар төҙөшкән ҡалалар, каналдар, заводтар һаман да бар, улар, әйтерһең дә, был изге йәндәрҙең рухын һынландырған.
Сәйәси золомға эләккән кешеләр араһында төрлө һөнәр эйәләре лә бихисап. Әммә ғәҙелһеҙлек ҡоралы бөтәһенән дә элек ябай хеҙмәт кешеһенә – крәѕтиәндәргә ҡаршы йүнәлтелгән. Әйтәйек, сәйәси золомға эләгеүселәрҙең 13 проценты – эшселәр, 4-е – дин әһелдәре, 3-ө – уҡытыусылар, ә 70 процентҡа яҡыны – айырым хужалыҡ итеүселәр һәм колхозсылар. Шулай уҡ улар араһында студенттар, ғалимдар, яҙыусылар, артистар, пенсионерҙар, табиптар... хатта мәктәп уҡыусылары ла бар! Бына бер ғибрәтле миѕал. Архангел урта мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Николай Ассар 1937 йылда ҡулға алына. Ул ваҡытта уға ни бары 16 йәш була. Ҡабалан әүәләнгән документтарға ҡарағанда, СССР тарихы, СССР Конституцияһы, география дәрестәрендә аҡыллы һорауҙар биргәне өсөн! Шул һорауҙарға яуап ала алмағас, ул уҡырға йөрөмәй башлаған. Унан һуң һабаҡташтарын ҡыйырһытҡан, винтовканан политбюро ағзаһы Кагановичтың портретына атҡан. Бының өсөн уны ете йылға төрмәгә ултырталар!
Ҡорбандар араһында шулай уҡ күренекле башҡорт яҙыусылары ла байтаҡ. Әйтәйек, Афзал Таһиров, Дауыт Юлтый, Булат Ишемғол, Төхфәт Йәнәби, Ғабдулла Амантай, Имай Насыриҙарҙың ғүмере Сталин лагерҙарында өҙөлгән.
Сәйәси золомға эләккән 6 966 кешенең 881-е атылған, ҡалғандары 25 йылға тиклем хөкөм ителгән. Уларҙың 41 проценты – урыѕтар, 22-һе – башҡорттар, 17-һе – татарҙар, 4-е – мариҙар, 3 проценты – сыуаштар. Былар әле бер китапҡа кергән исемлектәге күрһәткестәр генә!
Шуныһы тағы ла аяныслыраҡ: әгәр ҙә ирен ҡулға алһалар, ҡатынын да аямағандар. Быға миѕал бик күп. Башҡортостан өлкә комитеты секретары Яков Быкиндың ҡатыны биш йылға иркенән мәхрүм ителгән. Бүлек мөдире Риза Әбүбәкировтың тормош иптәшен дә ҡулға алалар һәм шулай уҡ биш йылға ябып ҡуялар. Элекке Ҡандра районында тыуып үѕкән был ханым — Өфө туберкулез институтында эшләгән ике бала әсәһе Сайра Латип ҡыҙы Әбүбәкирова. Ул иренең контрреволюцион эшен белә тороп, был хаҡта тейешле органдарға хәбәр итмәүҙә ғәйепләнә. Ике йәшлек улы, биш йәшлек ҡыҙы, әсәһе һәм ауырыу ҡәйнәһе тороп ҡала. Енәйәт эше папкаһында уның ҡыҙының СССР эске эштәр халыҡ комиссары Берияға яҙған хаттары һаҡланған.
“Ҡәҙерле атай, иптәш Берия! (Ул осорҙа хат яҙғанда политбюро ағзаларына “атай” тип мөрәжәғәт итергә тейеш булалар. — Р.Т.) Белмәйем, атайым үҙе ғәйеплеме, әллә яла яҡтылармы икән, уны ҡулға алдылар, һәм хәҙер ҡайҙалыр һөргөндә, тиҙәр. Атайымдан һуң әсәйемде алып киттеләр. Ҡустым менән беҙ әбейемдәрҙә йәшәйбеҙ. Әбейем үҙе лә сирле улының пенсияһына йән аѕырай. Бик яҡшы билдәләргә генә уҡыйым. Ошондай гүзәл илдә атай-әсәйемдән башҡа йәшәү бик ауыр. Бөтә балаларҙың да ата-әсәһе бар, улар шундай бәхетле, бергәләп ял итәләр.
Берия ағай, атайым минең! Әсәйемде кире ҡайтарығыҙ, зинһар, бер ғәйебе лә юҡ уның, әгәр миңә ышанмаһағыҙ, үҙегеҙ тикшереп ҡарағыҙ. Миңә яуап яҙығыҙ, йәме, әсәйемдең ҡасан ҡайтырын хәбәр итегеҙ. 3-сө класс уҡыусыһы Әбүбәкирова”.
Был ваҡытта кескәй ҡыҙ атаһының атып үлтерелеүен белмәй әле. Тәүге хатына яуап килмәгәс, ул икенсеһен яҙа.
“Ҡәҙерле атайым минең Берия!
Әле мин йәйге каникулда. Иптәштәремдең кемеһелер – пионер лагерында, кемеһелер – ауылда, ә минең иркәләнергә әсәйем дә юҡ. Уҡыу йылын “отличница” булып тамамланым. Эй, әсәйем һөйөнөр ине янымда булһа! Һәйбәт уҡығаным өсөн миңә әсәйемде бүләк итегеҙсе, шундай бәхетле булыр инем. Каникулда уның менән бергә ял итеп, көсләнеберәк мәктәпкә килер инем дә тағы ла һәйбәтерәк уҡыр инем. Әсәйемде бүләк итһәгеҙ, бик тырышып-тырышып уҡыр инем. Яуап яҙығыҙ әле, Берия атайым. 4-се класс уҡыусыһы Әбүбәкирова”.
Әлбиттә, уның әсәһен тотҡонлоҡтан сығармайҙар. Ул Мордовиялағы һәм Архангел өлкәһендәге лагерҙарҙа срогын тултырғас ҡына тыуған төйәгенә ҡайта.
Ата-әсәләре ҡулға алынып, балаларҙы ҡарар кеше ҡалмаһа, уларҙы йә лагерға, йә балалар йортона оҙатҡандар.
Сталин синыфтар көрәшенең киѕкенләшеүен иғлан иткәндән һуң, йәғни 1937 йылда, сәйәси золом балтаһы иң юғары нөктәгә күтәрелә. Яҙмышы ҡыйралғандарҙың 93 процент осрағы 30-сы йылдарға тура килә. Әммә советтарҙың үҙ халҡына ҡаршы көрәше байтаҡ элегерәк башланған. “Хәтер” китабында 1918–1920 йылдарҙа ҡулға алынған илле кешенең исеме бар. Әйтәйек, Миңләхмәт Әхмәҙуллин. Ул 1901 йылда Дүртөйлө районының Миңеште ауылында тыуған. 1920 йылдың 2 мартында ҡулға алынған, өс көндән һуң атып үлтерелгән. Ғәйебе ниҙә? Бына уның һорау алыу протоколындағы күрһәтмәһе: “Ауыл йыйылышында Минзәләнән һәм Баҡалынан килгән һалдаттарға ярҙам күрһәтеү хаҡында ҡарар ҡабул ителде. Ризалашманым, әммә мине үҙемдең атым менән яйҙаҡтарға ҡушылырға мәжбүр иттеләр. Ҡоралым юҡ ине. Совет власына ҡаршы мин бер ни ҙә ҡылманым”. Һәм бына шул кеше атып үлтерелә! Уға, совет власына ҡаршы баш күтәреүҙә әүҙем ҡатнашыусы, тигән ғәйеп ташлайҙар. Ғүмере өҙөлгәндә егеткә ни бары 19 йәш була. Колчак армияһына көсләп алынған, ҡоралланырға ла өлгөрмәгән егеттәрҙе лә советтар шулай уҡ хөкөм итеп, атып үлтерә...
Бөйөк Ватан һуғышы тамамлана. Яугирҙәр өйгә әйләнеп ҡайта. Ил яраларын дауалай. Әммә сәйәси золом һаман дауам итә. Илленсе йылдарҙа Башҡортостандан 35 кеше ҡулға алына һәм хөкөм ителә. Әйтәйек, Виктор Бочков — өс йылға. Валентин Артемов суд тарафынан иѕәрҙәр йортона оҙатыла... Һуңынан был 35 кешенең бөтәһенең дә исеме аҡлана, улар шулай уҡ “Хәтер” китабына индерелгән.
Элекке яугирҙәр ни өсөн хөкөм ителгән һуң? Һуғышҡа ҡәҙәр уларҙы советҡа ҡаршы ҡотҡо таратыуҙа, хәрби-фашистик фетнәлә ҡатнашыуҙа ғәйепләйҙәр. Һуғыш башланыр алдынан 40 меңгә яҡын командир һәм сәйәси хеҙмәткәр, хәрби конструктор ҡулға алына. 1941 йылдың ноябрендә немецтарҙың Мәскәүгә ҡәҙәр килеп етеүе юҡҡа ғына түгел ул.
Был “Хәтер” китабында ҙур хәрби башлыҡтарҙың исеме юҡ, әммә ябай кешеләр етерлек. Әйтәйек, Павел Бандов Көйөргәҙе районында тыуған, уҡсы, батальон командиры. Имеш, Ворошиловты юҡ итеү өсөн хәрби-фашистик фетнәлә ҡатнашҡан. Атып үлтерелә. Икенсе миѕал. Сталинград янында ауыр һуғыш бара... Взвод командиры Ғәббәс Аллаяров ун ике ҡыҙылармеец менән бергә әсирлеккә эләгә. Ул бер нисә иптәше менән ҡасып ҡотола һәм үҙебеҙҙең ғәскәрҙәргә килеп ҡушыла. Бер йыл һаҡ аѕтында тоталар уны. Ғәйебе юҡлығын асыҡлағас ҡына иреккә сығаралар.
Һуғыш йылдарында хәрбиҙәргә “тыуған илгә хыянат иткәне өсөн”, “хыянатты һиҙеп ҡалмағаны өсөн”, “немец армияһын маҡтағаны өсөн” һәм башҡа шундай ялған мөһөр тағылған. Ундайҙарҙы төрлө ерҙән табырға тырышҡандар, таба алмаһалар, уйлап сығарғандар. Хәйер, уйҙырма енәйәттәр ҡылыуҙа ғәйепләүҙәр сәйәси золом башланғандан алып килә. 1937 – 1938 йылдарҙа республикала ғәмәлдә булмаған контрреволюцион ойошма юҡҡа сығарыла. Улар араһында ғәйепһеҙгә атып үлтерелгән 231 яҡташыбыҙ бар. 17 кеше ҡылынмаған енәйәт эше буйынса 10 йылға хөкөм ителә. Өлкә комитеттың беренсе секретары Яков Быкин, уның менән бергә 248 партия, совет һәм хужалыҡ эшмәкәре лә шундай уҡ уйлап сығарылған енәйәттә ғәйепләнә.
Республикабыҙҙың дин әһелдәрен дә ситләп үтмәй был афәт. Йәрмәкәй районының Тарҡаҙы ауылы муллаһы Насир Абдулов 1937 йылда атып үлтерелә. Колхозсыларҙың хоҡуҡтары өсөн көрәшкәне, совет власының ғәҙелһеҙлеген күргәне, дини тәрбиә биргәне өсөн фиҙа ҡыла ул йәнен.
Нахаҡҡа ғәйепләнеп үлтерелгән, тотҡонлоҡта йән аѕырағандар ил өсөн ҡиммәткә төштө, әлбиттә. Иң талантлы, иң ғилемле, иң аҡыллы ғалимдар, конструкторҙар, инженерҙар, хәрби башлыҡтар юҡҡа сығарылды бит. Бынан тыш, күпме яҙмыш ҡыйратылды, балалар етем үѕте, күңелдәргә күпме яра һалынды.
Шундай меңдәрсә-меңдәрсә аяныслы яҙмышлы яҡташыбыҙҙың исемдәре теркәлгән “Хәтер” китабында. Әлбиттә, улар нахаҡҡа ҡаза күргән, ғәйепһеҙ ҡорбан ителгән яҡташтарыбыҙҙың исемен тарих алдында аҡлай. Тик барыбер тарихта күрелмәгән бындай вәхшилек халҡыбыҙ күңеленә төҙәлмәѕлек яра һалды. Тарих хәтерен юйып булһа ла, халыҡ хәтерен юйып булмай ул!

Социологик тикшереүҙәрҙән күренеүенсә, Рәсәй халҡының яртыһынан күбеһе 1937–1938 йылдарҙағы кеүек золомдоң башҡаса булмаясағына ышана.
Шулай ҙа 24 проценты уның ҡабатланыу ихтималлығын инҡар итмәй. Яуап биргәндәрҙең 56 проценты бөгөнгө оппозиция лидерҙарын, ҡаршылыҡ акцияларында ҡатнашыусыларҙы сәйәси нигеҙҙә эҙәрлекләйҙәр тип һанамай. Әммә 27 проценты, киреһенсә, шул фекерҙә.


Вернуться назад