Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы быйылғы һайлау кампанияларын яҡтыртҡан киң мәғлүмәт саралары һәм айырым журналистар араһында республика кимәлендә ойошторолған конкурсҡа йомғаҡ яһаны. Ошо көндәрҙә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы булды.
– Иң яҡшыларҙы асыҡлау еңел бирелмәне, – тине Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев. – Журналистар халыҡты уйландырырлыҡ, бәхәскә индерерлек, рухландырырлыҡ бихисап хеҙмәт башҡарҙы. «Тура элемтә», һайлау темаһына инша конкурстары, һорау алыуҙар – тауыш биреү әүҙемлеген тәьмин итеү маҡсатында барыһы ла ҡулланылды. Алда торған һайлау кампанияһын яҡтыртыуҙа ла шундай уҡ тырышлыҡҡа өмөт итәбеҙ. Дөрөҫлөккә тап килгән мәғлүмәт күберәк булған һайын уйҙырмаларға, ялғанға урын кәмей.
Башҡортостандың элемтә һәм киң коммуникациялар министры Борис Мелкоедов быйылғы һайлауҙың тотош ил буйынса ҡарағанда ҡатмарлы ғына булыуын, шулай ҙа республикала тыныс мөхиттә үтеүен билдәләне.
Беренсе урындарҙы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы, «Кызыл таң» һәм Благовещен ҡалаһының «Панорама» гәзиттәре редакциялары, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы алды. Беҙҙең «Башҡортостан» гәзите редакцияһы баҫма мәғлүмәт саралары араһында икенсе урынға лайыҡ булды.
Телеканалдар араһында өсөнсө урынды яулаған Аҡъяр телерадиотапшырыуҙар студияһы директоры Данил Аҡылов менән әңгәмәләшкәндә, ул түбәндәгеләрҙе еткерҙе:
– Һайлау эшмәкәрлеген яҡтыртыуға етди иғтибар бүлдек. Йәштәр, урта йәштәгеләр һәм өлкәндәр өсөн махсус рубрикалар астыҡ, сөнки уларҙың ҡараштары бер аҙ айырыла, һәр ҡайһыһының күңеленә юл табырға кәрәк. Уйындар ойошторҙоҡ, яңы роликтар күрһәттек, тәүге тапҡыр һайлауға барыусылар менән эшләнек. Алһыҙ-ялһыҙ тырышыуыбыҙ яҡшы һөҙөмтә бирҙе: Хәйбулла районында тауыш биреү әүҙемлеге 96 процент тәшкил итте.
Д. УСМАНОВ.