Йәштәребеҙ илһөйәрме?30.12.2011
Ватансылыҡ төшөнсәһен күпселек осраҡта Бөйөк Ватан һуғышына бәйле ҡабул итәбеҙ. Ысынлап та, дәһшәтле йылдарҙың ауырлығын барлыҡ ил менән күтәреү, тыуған ер өсөн утҡа-һыуға инеп еңеү яулау — оло ғорурлыҡ.
Бөгөнгө йәштәребеҙҙә илһөйәрлек тойғоһо ниндәй кимәлдә? Улар Тыуған иле менән ғорурланһын өсөн ниҙәр эшләргә? Башҡортостан Хөкүмәте йортонда йәштәр сәйәсәте буйынса ведомство-ара ултырышында ҡатнашҡан министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре, уҡыу йорттары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре тап ошо һорауҙарға яуап эҙләне.
— Йәштәребеҙ Тыуған илен яратһын, үҙҙәрен кәрәкле кешеләр итеп тойһон өсөн уҡыу йорттары, йәмәғәт ойошмалары һәм дәүләт структураларының бер маҡсатта эшләүе мөһим, — тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов.
Йәштәрҙең күбеһе юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң да хәстәрлеккә мохтаж — уларҙың алдына эш табыу мәсьәләһе килеп баҫа. “Урамға сығарып ташлар булғас, ниңә уҡытырға? Юғары уҡыу йорттары үҙе белем биргән йәштәрҙең киләсәге өсөн дә яуаплы булырға тейеш”, — тиелде ултырышта.
Республиканың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никерин Бөйөк Ватан һуғышында хәбәрһеҙ юғалған яугирҙәр хаҡында мәғлүмәт эҙләү буйынса үткәрелгән экспедициялар, “Минең республикам” экологик акцияһының, уҡыу йорттарында булдырылған хеҙмәт отрядтарының йәштәрҙә ватансылыҡ, рух тәрбиәләүҙәге әһәмиәтен билдәләне. “Дәүләт ойошмалары менән юғары уҡыу йорттары араһында ныҡлы бәйләнеш булмауы эштә ауырлыҡтар тыуҙыра”, — тине ул.
Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов йәштәрҙең рухи-әхлаҡи торошо, физик тәрбиәгә ҡарашы буйынса ойошторолған социаль һорау алыу йомғаҡтары менән таныштырҙы. Дөйөм алғанда, һөҙөмтә бик үк хәүефле түгел. Мәҫәлән, йәштәрҙең 61 проценты илдең яҡты киләсәгенә ышана, барыһы ла тиерлек Башҡортостандың бай тарихы, тәбиғәттең матурлығы, нефть сәнәғәтенең үҫеше менән ғорурлана. Шул уҡ ваҡытта ватансылыҡты студенттарҙың 35 проценты йәмғиәттең киҫкен проблемалары менән ҡыҙыҡһыныу, 32 проценты — һайлауҙарҙа ҡатнашыу, 27 проценты — армияла хеҙмәт итеү, 3,8 проценты һалымдарҙан ҡасмау тип аңлай. “Буш ваҡытығыҙҙы нисек үткәрәһегеҙ?” тигән һорауға йәштәрҙең 70 проценты самаһы “дуҫтар менән аралашам” һәм “Интернетта ултырам” тип яуаплаған.
Ултырышта студенттарҙы тәрбиәләүҙә бизнестың, туризмдың, матбуғат сараларының индергән өлөшө хаҡында ла фекер алышыу булды.
Г. ИРХАНОВА.


Вернуться назад