Ауырғазыла — яңы башлыҡ29.10.2013
Ауырғазыла — яңы башлыҡАуырғазы район Советы ултырышында Зөфәр Йәүҙәт улы Иҙрисов контракт буйынса район хакимиәте башлығы вазифаһына тәғәйенләнде.

Зөфәр Иҙрисов 1964 йылдың 12 сентябрендә Ауырғазы районының Яңы Юлдаш ауылында тыуған. Юғары белемле — Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1982 йылдан Ауырғазы районының Ильич исемендәге колхозында слесарь-сантехник булып башлай. 1992 йылдан 2002 йылға тиклем ошо уҡ райондағы “Сулпан” ауыл хужалығы кооперативында рәйес була. Төрлө йылдарҙа Ауырғазы районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, беренсе урынбаҫары, ауыл хужалығы идаралығы начальнигы булып эшләй. 2013 йылдың сентябренән әлегә тиклем район хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарҙы.


Вернуться назад