Өфө — иң яҡшы ҡалалар иҫәбендә29.10.2013
Санкт-Петербургтағы “Урбаника” территориаль планлаштырыу институты Рәсәйҙең Архитекторҙар союзы менән берлектә “Илдәге иң ҙур 100 ҡаланың интеграль рейтингы” тип аталған сираттағы тикшеренеүгә йомғаҡ яһаны.

Һөҙөмтәләр буйынса Башҡортостандың баш ҡалаһы, Дондағы Ростов, Түбәнге Новгород, Новосибирск, Силәбе, Санкт-Петербург, Ҡазан, Һамар, Омск, Волгоград, Пермь кеүек ҙур ҡалаларҙы үтеп, туғыҙынсы урынды биләй. Шул уҡ ваҡытта миллионлы ҡалалар араһында Өфө, Екатеринбург менән Воронеждан ғына ҡалышып, өсөнсө урында тора.
Рейтингтың төп маҡсаты — хаҡ менән сифат күрһәткестәре йәһәтенән йәшәү өсөн иң уңайлы ҡаланы билдәләү. Ул тормош шарттарын яҡшыртыу буйынса тормошҡа ашырылған сәйәсәттең һөҙөмтәлелеген баһалау мөмкинлеген бирә. Тикшеренеү барышында ҡала мөхитенең сифатына ҙур әһәмиәт бирелә. Шулай уҡ торлаҡ менән тәьмин ителеү, заманса ҡулланыу алымдары, ҡала юлындағы көсөргәнешлелек, енәйәтселек, яҡтыртылыу кимәле, тәбиғәт шарттары, төҙөклөк һәм экологик бысраныу дәрәжәһе иҫәпкә алынған. Йәшәү хаҡын билдәләгәндә торлаҡ һатып алыу, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрҙе ҡулланыуға сығым, түләү кимәле, халыҡтың һатып алыу һәләте иғтибарға алынған.


Вернуться назад