ЮРИСТ КӘҢӘШТӘРЕ25.10.2013
Яңынан иҫәпләтергә ярай

— Мин — инвалид, әле пенсияламын. Инвалидлыҡ алыуымдың сәбәбе — эштә ҡазаға тарыуым. Хеҙмәткә һәләтте юғалтҡанлыҡтан пенсия алам. Әммә, минеңсә, ул бик аҙ. Пенсияны дөрөҫ тәғәйенләүҙәрендә шикләнәм. Уны нисек һәм ҡайҙа яңынан һанатырға?
Байрамғәле.
Саҡмағош районы.

— Инвалидтарға хеҙмәт пенсияһы уның биш йыл страховка стажы булғанда ғына тәғәйенләнә. Шарттар тура килмәгән осраҡта инвалидлыҡ буйынса пенсия түләү 5 йылға оҙайтыла. 3-сө группа инвалидтарына пенсия 2002 йылға тиклемге стажды иҫәпләп тәғәйенләнә. Пенсияны иртәрәк билдәләгәндә иң юғары стаж коэффициенты — 0,3. Инвалидлыҡтың төркөмө үҙгәргәндә яңынан иҫәпләү түбәндәгесә:
юғарыраҡ инвалидлыҡ группаһы билдәләнгәндә — медик-социаль экспертиза буйынса дәүләт органы ҡарар сығарған көндән алып;
түбәнерәк инвалидлыҡ группаһы билдәләнгән саҡта — яңы айҙың тәүге көнөнән башлап.
Түләүҙәрҙе яңынан иҫәпләү һәр кешенең пенсияға бәйле шәхси мәғлүмәттәре буйынса үткәрелә. Стаж һөҙөмтәләре буйынса кәрәкле документтарҙы йәшәгән урынығыҙ буйынса Рәсәй Пенсия фондының территориаль органына алып барығыҙ.




Аҙаҡ аңлашылмаусанлыҡ тыумаһын

— Тотонолмай ятҡан аҡсамды процентлап арттырып ҡайтартыу шарты менән берәйһенә бурысҡа биреп торорға ине. Һүҙ ҙур ғына сумма тураһында бара, шуға бер аҙ хәүефләндерә. Аҙаҡ аҡсаны кире алғанда ауырлыҡтар килеп сыҡмаһын өсөн нисек дөрөҫ итеп килешеү төҙөргә? Әгәр эш судҡа етә ҡалһа, үҙебеҙ араһында ғына төҙөлгән ҡағыҙҙың юридик көсө булырмы икән?
Сәриә.
Белорет ҡалаһы.

— Килешеү төҙөгән көн, ике яҡтың да паспорт мәғлүмәттәре күрһәтелгән, аҡса биреп тороуҙың шарттары яҙылған ике дана төп нөсхә, әлбиттә, судта юридик көскә эйә. Шулай ҙа нотариуста раҫланған расписка күпкә ышаныслыраҡ. Был осраҡта әлеге документтың ысынлығын судта дәлилләү кәрәкмәй. Кәңәшем шул: йыбанмай ғына юридик хеҙмәт күрһәтеүселәргә барығыҙ.




Башҡа дәғүәсе булмаһа

— Васыятнамә буйынса атай-әсәйемдән мираҫ ҡалды. Башҡа дәғүә итеүселәр юҡ, миңә уны ярты йылдан иртәрәк алырға мөмкинме?
Азат.
Мишкә районы.

— Ҡануниәт мираҫты ҡабул итеп алыу өсөн 6 ай ваҡыт билдәләгән. Башҡа вариҫтарҙың булмауын дәлилләү һеҙҙең бурыс түгел — улар үҙҙәре ошо ваҡытта мираҫҡа дәғүә итергә хаҡлы. Әгәр ярты йыл эсендә өлгөрмәһәләр, уларға үҙ хоҡуҡтарын суд аша яҡларға тура киләсәк. Шулай ҙа, Рәсәй Гражданлыҡ кодексының 1163-сө статьяһында әйтелеүенсә, мираҫты алты айҙан иртәрәк тә алырға мөмкин. Бының өсөн бары бүтән вариҫтарҙың юҡлығын дәлилләргә кәрәк. Бик ауыр мәсьәлә булғанлыҡтан, нотариустар был аҙымды яҡлап бармай. Башҡа вариҫтарҙың юҡлығын иҫбат итеү өсөн ауыл Советынан йәки торлаҡ-файҙаланыу участкаһынан (ЖЭУ) белешмә килтерергә кәрәк. Ҡануниәттә мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн асыҡлау буйынса шарттар билдәләнмәгән, шулай булғас, уның ысынбарлыҡҡа тура килеү-килмәүен нотариус үҙ яуаплылығына ала.


Вернуться назад