“Татыулыҡ өсөн яуаплылыҡ уртаҡ”25.10.2013
Башҡортостан милләт-ара һәм конфессия-ара дуҫлыҡ һәм берҙәмлек йәһәтенән күп төбәктәргә өлгө булып тора. Быны бер кем дә инҡар итмәй. Ил башлығы Владимир Путиндың Өфөгә килеп, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының 225 йыллығын билдәләүҙә ҡатнашыуы, мөфтөйҙәр менән осрашыуы, Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет ултырышын үткәреүе лә ошо фекерҙе дәлилләй.

Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының юбилейы Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры бинаһында ойошторолдо. Владимир Путин сараны, Волгоград ҡалаһындағы терактта һәләк булғандарҙы иҫкә алыу йөҙөнән, бер минут тынлыҡтан башланы.
— Ысынбарлыҡта, Үҙәк диниә назаратының барлыҡҡа килеүе исламды Рәсәйҙә дәүләт кимәлендәге традицион дин тип таныу билдәһе булған. Шул осорҙа уҡ халҡының күпселеген христиандар тәшкил иткән илебеҙ донъяға һәм Европаға аҡыл һәм толерантлыҡ үрнәге күрһәткән, — тине дәүләт башлығы.
Ил Президенты әйтеүенсә, был ҡарарҙы ҡабул итеүгә дини һуғыштар һәм низағтар булмаған милли тарихыбыҙ сәбәпсе.
— Төрлө милләт кешеләренең тырышлығы менән ҙур, бөйөк дәүләт барлыҡҡа килде. Шул уҡ ваҡытта һәр халыҡ, этнос үҙенсәлеген һаҡлап ҡалды. Бер-береһенең мәҙәниәтен аңлау һәм берләшеү, төрлө дини конфессиялар вәкилдәренең ихтирамлы аралашыуы илебеҙҙең рухи берҙәмлеген тәьмин итте, — тине ул.
Рәсәй Президенты дөйөм Ватаныбыҙ данын булдырған ислам дине шәхестәрен, дәүләт эшмәкәрҙәрен, ғалимдарҙы, эшҡыуарҙарҙы, мәҙәниәт эшмәкәрҙәрен хәтергә төшөрҙө. Бөйөк Еңеүгә мосолмандарҙың индергән өлөшөн дә юғары баһаланы ул.
— Быларҙың барыһы ла беҙҙең уртаҡ тарихыбыҙ, уны ҡәҙерләп һаҡларға тейешбеҙ. Ата-бабабыҙ һуғыш яланында береһен дә милләте һәм дине буйынса айырмаған. Улар үҙ-ара ихтирамды ҡәҙерләгән, шатлыҡта ла, ҡайғыла ла бер-береһенә терәк булған, — тине Владимир Владимирович. Дәүләт башлығы йәштәребеҙҙе лә ошо рухта тәрбиәләргә саҡырҙы.
Владимир Путин мөфтөйҙәр менән осрашыуында дәүләт менән дини ойошмалар араһындағы мөнәсәбәт мәсьәләһен күтәрҙе. Ислам рухиәте өлкәһенә лайыҡлы кадрҙар әҙерләү тураһында ла һүҙ булды. Владимир Путин илдә яҡшы ислам мәктәбе кәрәклегенә баҫым яһаны. Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин Өфөлә Рәсәй мосолмандары академияһын булдырырға тәҡдим итте.
Ил Президенты ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса советтың ултырышында федераль дәүләт власы органдары етәкселәре, төбәк башлыҡтары, Бөтә Рәсәй милли-мәҙәни ойошмалары, ғилми йәмәғәтселек вәкилдәре ҡатнашты. Ултырыш Рәсәй төбәктәрендә дәүләт милли сәйәсәтен тормошҡа ашырыу мәсьәләләренә арналды. Унда шулай уҡ төбәк ҡануниәт базаларын камиллаштырыу, кадрҙар менән тәьмин итеү системаһы, этнологик мониторинг, мигранттарҙың социаль яраҡлашыуы проблемалары ла ҡаралды.
Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Милләт-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет былтыр булдырылғайны.
— Советтың беренсе ултырышында беҙ эшмәкәрлектең аныҡ йүнәлештәрен билдәләгәйнек. Улар 2025 йылға тиклемге Дәүләт милли сәйәсәте стратегияһында иҫәпкә алынды, — тип билдәләне Владимир Путин ултырышты асҡанда.
Тик Владимир Владимирович эш барышы менән ҡәнәғәт түгеллеген белдерҙе. Федераль стратегияны тормошҡа ашырыу планын туғыҙ субъект ҡына әҙерләгән. Төбәк кимәлендәге стратегик документтарҙы иһә ни бары 21 субъект ҡабул иткән. Бында ла эштәр шәптән түгел: уларҙың күбеһе иҫкергән.
— Милләт-ара нигеҙҙәге низағтар һәр саҡ урындарҙа барлыҡҡа килә, ә беҙҙең етәкселәр кабинет эшен өҫтөн күрә. Бирюлево миҫалын ғына алып ҡарайыҡ. Унда халыҡтың ҡәнәғәтһеҙлеге йылдар буйы йыйылған, полицияға ла, урындағы етәкселеккә лә мөрәжәғәттәр күп булған. Тик ҡайҙа властың кешеләрҙе ишеткеһе килмәй, шунда ҙур проблемалар барлыҡҡа килә, — тине ил башлығы.
Ысынлап та, күп проблема көнкүреш нигеҙендә тыуа, ә унда төрлө милләт кешеләре ҡатнашҡан булһа, ауырлыҡтар башлана. Экстремистар сәйәси маҡсатта уны ҡабарта, киң мәғлүмәт саралары һәм интернет-йәмәғәтселек эләктереп ала ла юҡ урында ҙур тауыш ҡуба. Шуға күрә, Президент фекеренсә, урындағы власть халыҡты тыңлап эшләргә тейеш.
— Стратегияны тормошҡа ашырыу буйынса төбәк пландары йөкмәткеле булырға, һәр территорияның үҙенсәлегенә тура килергә тейеш. Милләт-ара мөнәсәбәттәр мониторингы буйынса система булдырыу, хәүефте баһалау, низағтарҙы алдан күҙаллау ысулдары кәрәк, — тине ул.
Совет ултырышында мигранттар проблемаһына ҙур иғтибар бүленде, сөнки йыш ҡына аңлашылмаусанлыҡтар улар һәм ерле халыҡ араһында тыуа. Владимир Путин һәр төбәккә күпме эшсе көс кәрәклеген күрһәтеүсе хеҙмәт карталары булдырырға тәҡдим итте. Сит ил эшселәре килгәс, тейешле шарттар булдырыу, уларҙы яраҡлаштырыу мөһим. Әле бындай үҙәктәр Тамбовта, Ырымбурҙа бар һәм яҡшы ғына һөҙөмтә бирә башлаған.
Ултырыш һуңында ил Президенты Рәсәйҙә “Милләттәр берҙәмлеген нығытыуға индергән өлөш өсөн” премияһын булдырыу тураһында әйтте.
— Милләт-ара мөнәсәбәттәр кеүек үтә яуаплы һәм нескә өлкәлә эшләүселәр өсөн был яҡшы стимул булыр ине тип иҫәпләйем, — тине Владимир Владимирович.


Вернуться назад