Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте25.10.2013
Рәсәй Федерацияһы Президенты Указына ярашлы, өлгәшелгән хеҙмәт уңыштары, оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне һәм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге өсөн Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тажетдинов Тәлғәт Сафа улы — IV дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены, әүҙем закон сығарыу эшмәкәрлеге, законлылыҡты нығытыуҙағы, юридик кадрҙар әҙерләүҙәге хеҙмәттәре, оҙаҡ йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Толкачев Константин Борисович — Дуҫлыҡ ордены, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә кешеләрҙе ҡотҡарғанда ҡыйыу һәм тәүәккәл эш иткәне өсөн Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығындағы Октябрьский ҡала суд приставтары бүлегенең суд приставы Иванова Виктория Викторовна “Һәләкәткә тарыусыларҙы ҡотҡарған өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.


Вернуться назад