“Уңайлы мөхит” уңайлымы?25.10.2013
“Уңайлы мөхит” уңайлымы?Ашаған белмәй, тураған белә, ти халыҡ мәҡәле. Инвалид хәлен дә үҙе ғәрипләнгән кеше генә аңлайҙыр. Ә бит көндәлек бихисап мәшәҡәтте йырып сығыу сәләмәт әҙәмгә лә ҡыйын. Шуға күрә һуңғы йылдарҙа дәүләттең был мәсьәләгә йөҙ бороуы ҡыуаныслы. Рәсәйҙә “2011 – 2015 йылдарға “Уңайлы мөхит” дәүләт программаһы ҡабул ителде. Уға беҙҙең республика ла ҡушылды.

Йәйгеһен көн дә трамвайҙа йөрөргә тура килде. Йыш ҡына “Матбуғат йорто” туҡталышында оҙон буйлы бер тома һуҡыр егет инә лә, алыҫ китмәй, тәҙрә янына барып баҫа. “Спорт һарайы”на тиклем ҡымшанмай бара ла төшөп ҡала. Күрмәгәнен ҡулындағы аҡ таяғынан һәм кондукторҙың еңенән тартып юл хаҡын түләүен талап итеүенә ҡарап самаланым. Ғәҙәттә, әйләнеп тә ҡарамай ғына ҡулындағы транспорт картаһын һуҙа ул.
Бер көндө шулай күрмәгән күҙҙәре менән тәҙрәгә текәлеп тора ине. Янында ултырған олораҡ йәштәге ир байтаҡ ҡына барғандан һуң һикереп торҙо ла: “Ниңә йәнде көйҙөрөп һерәйеп баҫып тораһың! Урын бар бит, бар, ултыр!” – тине. Мин, йәһәтләп, егетте аҡлау маҡсатында: “Ул бит күрмәй! Уға шулай туҡталышында төшөргә уңайлыраҡ”, – тинем. Теге ир күкле-йәшелле тауыш менән: “Беләм!” – тип ҡысҡырып ебәрҙе. Белгәс һуң, тип ауыҙымды асып өлгөрмәнем, егет тә төшөп ҡалғандарҙан түгеллеген белдерҙе. Үҙен яҡлай алды, ҡыҫҡаһы. Күрәһең, бындай мөнәсәбәтте бер бөгөн осратмай...
Аҙаҡтан ҡыҙыҡһынып, егеттең Өфөнөң 5-се ҡала поликлиникаһында массаж яһаусы булып эшләүен, ә Спорт һарайы янында йәшәүен белдем. Көн дә шулай мәшәҡәтле юл үтә икән. Хатта таяғы менән һәрмәнә-һәрмәнә китеп барыуын күҙәтеп, юлда машина-фәлән бәрмәһә генә ярар ине, тип хафаланғаным булды.
Ә мыжғып торған ҡалала ошондай инвалидтар өсөн уңайлы шарттар етерлекме һуң? Хәйер, ауыл-ҡасабаларҙа ла ҡаршылыҡтар табыла ундай сирлеләргә. Шуға ла улар кеше араһында бигүк күренмәй, өйҙә ултыра, әллә ни хәжәте булмаһа, ихата тирәһенән йыраҡ китмәй. Ә бит уларҙың һаны әҙ түгел. Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йыл башына 313 757 инвалид теркәлгән. Тимәк, һәр ун икенсе кеше – зәғиф. Шуларҙың 13227-һе һуҡыр, 7010-ы коляскала ултыра.
Инвалидҡа ла дауаханаға, халыҡты социаль яҡлау бүлегенә, Пенсия фонды бүлексәһенә, уҡыу йортона, почтаға, магазинға, бөҙрәханаға барырға, байтаҡ йомошон йомошларға тура килә. Башҡортостанда бына шундай 29688 урын махсус уңайлыҡтар булдырыуҙы талап итә. Быйылға шуларҙың 17389-ында улар юҡ. Әлбиттә, бер йыл элекке хәл менән сағыштырғанда, был һан 14 процентҡа аҙыраҡ. Әммә шундай тиҙлек менән барғанда, 2015 йылға программа үтәлмәйәсәк.
Ә ҡайҙа эштәр һәйбәт бара, ҡайһы төбәктәр артта һөйрәлә һуң? Алдынғылар исемлегендә – Благовар, Йылайыр, Тәтешле, Борай, Фёдоровка, Краснокама, Нуриман, Баҡалы, Ҡариҙел, Саҡмағош, Иглин, Яңауыл, Благовещен, Ишембай, Мишкә райондары, Нефтекама, Салауат ҡалалары. Ә бына Кушнаренко, Әбйәлил, Көйөргәҙе, Асҡын, Ауырғазы, Салауат, Бишбүләк, Шишмә райондары һәм Октябрьский, Стәрлетамаҡ ҡалалары, киреһенсә, яй ҡыбырлай. Шуға ла былтыр уңайлы мөхит булдырыу эше республика буйынса 43 процентҡа ғына үтәлгән.
Бынан тыш, инвалидтар йәшәгән күп ҡатлы йорттарҙан сығыу-инеү, ҡайҙалыр йәмәғәт транспортында барыу мәсьәләләре лә айырым иғтибар талап итә. Был тәңгәлдә лә башҡараһы эш бихисап. Ошо атҡараһы бурыстар өсөн республика буйынса быйылға 129 миллион 827 мең 345 һум аҡса бүленгән.
Әле күҙәтеп йөрөйөм: бөтә урында ла инвалидтар ихтыяжын иҫәпкә алалармы? Ярай инде, элекке биналар ҡулайлаштырылмай төҙөлгән, ингән урындар тығыҙ тиергә мөмкин. Яңы һалынып ятҡандарының хужаларының барыһы ла уйлаймы ул турала? Юҡ шул, һәммәһе лә түгел. Мәҫәлән, Өфөләге “Автоградбанк” офисы. Тупһаһы киң, иркен. Ниңә шунда коляскалар өсөн пандус яһап ҡуймаҫҡа? Әллә инвалид банкка килеп йөрөмәҫ, тиҙәрме? Бәлки, килер – тормош бит. Ә бына бөҙрәханаға мотлаҡ барыр ине, сөнки сәсте киҫтермәй тороп булмай. Үҙем йөрөгән бөҙрәханаға юл төшкән һайын, уның тупһа алдындағы пандусты күреп аптырайым. Коляска менән түгел, үксәле аяҡ кейемендә мин дә менә алмайым унан. Шул хәтлем текә, бейек! Исем өсөн, күҙ буяр өсөн генә булдырғандары күренеп тора.
Был йәһәттән “Өфө-Арена” универсаль спорт комплексы хеҙмәткәрҙәре үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай. Боҙ майҙансығы ситендә инвалидтар өсөн махсус урындар булдырылған. Башҡа көйәрмәндәр билет ала алмағанда ла, улар һәм оҙатып йөрөүселәре бер ҡасан да хоккей ҡарауҙан мәхрүм ҡалмай. Хатта кассаға инеп сират тороу ҙа кәрәкмәй үҙҙәренә – администраторға телефондан шылтыратыу етә, ул билет сығарып та бирә. Былтыр төҙәлмәҫлек сирле бер танышымдың ауылына ҡайтып китер алдынан: “Их, аренаға барып, “Салауат Юлаев”тың уйнағанын үҙ күҙҙәрем менән күрһәм ине”, – тигән теләгенең дә еңел генә тормошҡа ашыуына һөйөнгәйнем. Аҙаҡтан шул хәтлем ҡыуанып һөйләгән был турала.
Әҙҙән дә күңел була. Ә инвалид өсөн был уғата мөһим. Һәр урында ла йылы һүҙҙәрҙе йәлләмәһәк, аныҡ эштәрҙе оҙон-оҙаҡҡа һуҙмаһаҡ ине.


Ә урындарҙа хәлдәр нисек?

Люциә ХӘМИТОВА, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығының социаль һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары:
– Ермолаев ҡасабаһындағы 1-се мәктәптә уңайлыҡтар булдырыу өсөн бер миллион һум аҡса тотондоҡ. Хәҙер ул тулыһынса талаптарға яуап бирә: пандустар, тотонғостар бар, шәхси гигиена бүлмәләре йыһазландырылған. Хакимиәт, дауахана, аптека биналары күптән әҙер. Иғтибарҙы магазиндарға йүнәлткәнбеҙ, йыл аҙағынаса ошо юҫыҡты күҙ уңында тотасаҡбыҙ.
Альберт БАСИРОВ, Бөрө районы хакимиәтенең социаль мәсьәләләр буйынса бүлек начальнигы:
– Әлеге мәлдә электрон вариантта “Уңайлыҡтар картаһы”н эшләйбеҙ. Үҙебеҙгә тотонорғамы, ситтән белгестәр йәлеп итергәме, тип уйлайбыҙ. Техник яғы ҡатмарлы ғына бит.
Программаға килгәндә, төрлө ойошма етәкселәре менән кәңәшмә үткәрелгән, етешһеҙлектәргә төртөп күрһәтелгән. Юғиһә кемдер ишек алдына ике швеллер һала ла эш бөттө, тип иҫәпләй. Ә инвалид арбаһы унан күтәрелә аламы-юҡмы – был турала уйланмай.
Иң ҡатмарлыһы – булғанды үҙгәртеп ҡороу. Ҡайһы бер биналарҙың ишек алды киңлеге бер генә метр бит. Бөрө ҡалаһында мәҙәниәт йорто үҙгәртеп ҡоролдо, Һаҡлыҡ банкының яңы бинаһы һалына. Бына улар инде бөтә талаптарға яуап бирә.
Фәнил НӘҘЕРҒОЛОВ, Йылайыр районының хеҙмәт һәм социаль яҡлау бүлеге начальнигы:
– Ғөмүмән, беҙҙең районға еңелерәк, сөнки үҙәкләштереү һөҙөмтәһендә күп ойошмалар Сибай ҡалаһында урынлашҡан.
Былай социаль мөһим объекттарға инеү урындарын инвалидтарға уңайлы итеп үҙгәртеү талабын ҡуябыҙ. Етәкселәре, хужалары менән аңлатыу эштәре алып барабыҙ. Әлбиттә, ҡанунды инҡар итеүселәргә иң еңеле – штраф һалыу. Ләкин тәүҙә сәләмәтлеген юғалтҡан кешеләргә ҡарата йәмғиәттә миһырбанлы ҡараш тәрбиәләргә тейешбеҙ. Саҡ төҙөлгән йә төҙөләсәк объекттар менән еңелерәк. Уларҙың проектында уҡ инвалидтар өсөн уңайлы шарттар булдырыу күҙ уңында тотола. Мәҫәлән, быйыл Йылайырҙа яңы мәктәп сафҡа инде. Ул “Уңайлы мөхит” талаптарына яуап бирә. Тиҙҙән физкультура-һауыҡтырыу комплексы һалынасаҡ, унда ла аңлашылмаусылыҡтар булмаясаҡ.
Әле программа буйынса “Уңайлыҡтар картаһы” төҙөү менән мәшғүлбеҙ.


Вернуться назад