Биш йылда — 9 мең мөрәжәғәт23.10.2013
Биш йылда — 9 мең мөрәжәғәтБашҡортостанда “Берҙәм Рәсәй” Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе асылыуына биш йыл тулды. Ошо айҡанлы Өфөнөң Йәштәр һарайында байрам тантанаһы үтте.

Әйткәндәй, ҡабул итеү бүлмәһе үҙенең юбилейын байрам итеп кенә үткәрмәне. Был көндө иртәнән кискә тиклем һәр теләгән кеше өсөн бушлай юридик һәм психологик ярҙам күрһәтелде. Халыҡ “Рәсәй юристары ассоциацияһы”ның төбәк бүлексәһе, Башҡортостан социаль технологиялар институтының юридик клиникаһы, Башҡортостан Пенсия фонды бүлексәһе вәкилдәре, республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә йәмәғәтселек контроле төбәк үҙәге белгестәре, Башҡортостан дәүләт педагогия университетының практик психология кафедраһы уҡытыусылары менән аралашты. Кешеләр хоҡуҡи, иҡтисади, социаль, финанс һәм мәҙәни тармаҡтар буйынса консультация алды.
Кискә ҡарай ойошторолған байрам сараһына Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Рәсәй Дәүләт Думаһы һәм республика парламенты депутаттары, дәүләт һәм муниципаль власть органдары етәкселәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре килде.
Залдағыларға ҡотлау менән Константин Толкачев мөрәжәғәт итте. Башҡортостан Президенты Хакимиәте етәксеһенең урынбаҫары Марат Мәрҙәнов Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитовтың сәләм хатын уҡып ишеттерҙе һәм ҡотлауын тапшырҙы. Сара концерт номерҙары менән үрелеп барҙы.
Әлеге көндә ҡабул итеү бүлмәһенең етәксеһе — “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк сәйәси советы секретары урынбаҫары, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин. Биш йыл эшмәкәрлеге дәүерендә бында туғыҙ меңгә яҡын мөрәжәғәт килгән, уларҙың ике мең самаһына ыңғай яуап алынған. Статистика мәғлүмәттәренә ҡараһаң, мөрәжәғәт итеүселәрҙең 38,5 проценты пенсионерҙар, 27 проценты — эшләүселәр. Иң күбе халыҡ торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙе һорап килә, шулай уҡ суд-башҡарыу системаһы, халыҡты социаль тәьмин итеү проблемалары менән йыш мөрәжәғәт итәләр. Ай һайын график буйынса ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары, Федерация Советы ағзалары һәм даими нигеҙҙә эшләгән республика парламенты депутаттары халыҡты шәхсән ҡабул итә.


Вернуться назад