Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте23.10.2013
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдарына ярашлы “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы филиалдары хеҙмәткәрҙәре:

Ишембай автотранспорт предприятиеһы шоферы Әлибаев Әбделғәни Мырҙағәли улы, Республика уҡыу-курс комбинаты пункты мөдире Ғарифуллин Әсфән Тимур улы, Өфөнөң 3-сө пассажирҙар автотранспорт предприятиеһы шоферы Грибов Владимир Викторович, Өфөнөң 1-се пассажирҙар автотранспорт предприятиеһы шоферы Мисевра Николай Алексеевич, Башҡортостан автовокзалдар һәм пассажир автостанциялары берекмәһенең Дүртөйлө автовокзалы начальнигы Маликова Лилиә Нәжип ҡыҙы, Нефтекама пассажирҙар автотранспорт предприятиеһы слесары Тимеров Константин Пайкиевич, Мәсәғүт автотранспорт предприятиеһы шоферы Шәрәфиев Фәрит Хәйҙәр улы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде;
Учалы автотранспорт предприятиеһы директоры урынбаҫары Кузнецов Александр Васильевичҡа, Стәрлетамаҡ пассажирҙар автотранспорт предприятиеһы шоферы Мырҙағолов Зәки Закир улына, Нефтекама пассажирҙар автотранспорт предприятиеһының баш инженеры Починяев Сергей Васильевичҡа, Сибай автотранспорт предприятиеһы шоферы Староверов Сергей Ивановичҡа, Өфөнөң 1-се пассажирҙар автотранспорт предприятиеһы шоферы Тимербаев Сергей Айдубаевичҡа “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде.


Вернуться назад