Ҡаҙаныштар нигеҙе — тырышлыҡ22.10.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Архангел районына эш сәфәре барышында социаль объекттарҙы ҡарап сыҡты, ҡайһы бер предприятиеларҙың эшмәкәрлеге менән танышты, шулай уҡ Архангел ауылының 260 йыллығына арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты.
Рөстәм Хәмитов тәүҙә күп йүнәлешле спорт майҙансығын ҡараны. Футбол, волейбол, баскетбол, хоккей уйындары өсөн тәғәйенләнгән ҡоролма алты ай эсендә урындағы предприятиелар һәм райондың социаль үҫеш фонды аҡсаһы иҫәбенә төҙөлгән. Бында шулай уҡ еңел атлетика, саңғы буйынса ярыштар үткәрергә мөмкин. Тамашасылар өсөн 700 урынлыҡ трибуна бар. Биләмәлә шулай уҡ кейем алмаштырыу бүлмәләре йыһазландырылған, саңғы һәм коньки прокатын ойоштороу яйға һалынған.
Башҡортостан Президенты объектты төҙөүҙә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт белдерҙе.
— Архангел районы командаларының еңеүҙәр генә яулауын теләйем, — тине ул. Рөстәм Хәмитов шулай уҡ майҙансыҡты ҡарап сыҡты, йәш спортсылар менән аралашты, уларға яңы ҡаҙаныштар теләне.
Эш сәфәре барышында төбәк башлығы “Домокомплект” проектының тормошҡа ашырылыуы менән дә ҡыҙыҡһынды. Уға ярашлы 2011 йылдан алып арзан йорттар һалына. Архангел ауылынан ғына был программала 23 ғаилә ҡатнаша, уларҙың күпселеге — бюджет ойошмалары хеҙмәткәрҙәре. Башҡортостандың Торлаҡ төҙөү фонды Урман хужалығы министрлығы менән берлектә шәхси төҙөүселәргә бүрәнә, бурсанан йорт комплекттары бүлә. Программала ҡатнашыусыларға йылына 5 процентҡа арттырып түләү шарты менән биш йылға заем бирелә, тәүге иғәнәне түләтмәйҙәр. Әле фонд “Домокомплект” программаһы буйынса Архангел районына 6 миллион һумдан ашыу заем бүлгән, һөҙөмтәлә Йәштәр биҫтәһендә 22 йорт һалынған.
Район вәкилдәре билдәләүенсә, инженерлыҡ инфраструктураһы менән тәьмин итеү мәсьәләһе әлегә хәл ителмәгән. Рөстәм Хәмитов тәү сиратта инфраструктураны үҫтереү, коммуникациялар, айырыуса электр үткәреү зарурлығын иғтибар үҙәгенә алды.
— Инфраструктура булдырыу мөмкинлеге юҡ икән, кешеләргә йорт һалыу өсөн участка бирмәү хәйерле, — тине ул. Төбәк башлығы Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетына ошо өлкәләге хәлгә анализ яһарға, коммуникация үткәреү мөмкинлеге булмаһа, райондарҙа бындай проекттарҙы туҡтатып торорға ҡушты.
Архангелдә Рөстәм Хәмитов “Инйәр” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эшмәкәрлеге менән танышты. Бында һөт эшкәртеү цехын төҙөү тамамланып килә. Предприятие 2009 йылда ойошторолған. Хужалыҡтағы ике фермала 314 һыйыр аҫрала. Былтыр 153 тонна һөт етештерелгән. Президент яңы цехтың етештереү ҡеүәте менән ҡыҙыҡһынды. Предприятие етәксеһе Мөнир Рәхмәтуллин алты төрлө продукция етештереләсәге хаҡында хәбәр итте. Компания күҙалланған ҡеүәткә сыҡһа, ауылдағы бөтә социаль учреждениеларҙы һөт ризыҡтары менән тәьмин итә аласаҡ. Учреждение башлығы “500 ферма” айырым маҡсатлы республика программаһында ҡатнашырға теләүен белдерҙе, ләкин бының өсөн әлегә мал һаны етмәй. Рөстәм Хәмитов намыҫлы эшләгән, район иҡтисадын үҫтергән тәүәккәл, инициативалы кешеләргә мотлаҡ ярҙам күрһәтергә кәрәклеген билдәләне.
Эш сәфәре барышында республика етәксеһе баҙар төҙөлөшөндә лә булды. Объекттың дөйөм майҙаны — 820 квадрат метр. Бында 28 сауҙа урыны булдырыласаҡ. Төҙөлөшкә 23 миллион һум самаһы аҡса тотонолған.
Район мәҙәниәт һарайында Архангел ауылының 260 йыллығына арнап үткәрелгән тантаналы йыйылышта Рөстәм Хәмитов халыҡты юбилей менән ҡотланы, хеҙмәт алдынғыларына республиканың дәүләт наградаларын тапшырҙы.


Вернуться назад