Рудик Исҡужин — Президент советнигы19.10.2013
Рудик Исҡужин — Президент советнигыБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең бойороғо менән Рудик Исҡужинды республика Президенты советнигы итеп тәғәйенләне.

Рудик Ғәзиз улы Исҡужин 1950 йылдың 28 июлендә БАССР-ҙың Күмертау районындағы Таймаҫ ауылында тыуған. СССР Дәүләт именлеге комитетының Ҡыҙыл байраҡлы юғары мәктәбен һәм институтын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1969 йылда Эстон ССР-ындағы һәүерташ комбинатында техник булып башлай. Унан һуң Ҡораллы Көстәрҙә хеҙмәт итә. Төрлө йылдарҙа Күмертау ҡалаһындағы электр селтәрҙәрендә техник, Мәскәүҙәге Махсус мәғлүмәт һәм именлек агентлығында директор, “Халыҡ-ара иҡтисади хеҙмәттәшлек” компанияһында программалар етәксеһе, “Газпром” йәмғиәтендә вәкәләтле нефть операторы, “Транснефть” компанияһында программалар етәксеһе, Сит илдәр менән эшлекле хеҙмәттәшлек үҙәгендә вице-президент, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаларының ярҙамсылар төркөмө етәксеһе, “Машиноимпорт” йәмғиәтендә генераль директор урынбаҫары, “Берҙәм Рәсәй” партияһының Генераль советы секретары советнигы була.
2004 йылдан 2013 йылға тиклем — Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы.


Вернуться назад