Ышаныс бағлап киләләр19.10.2013
Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсәй Президентының ҡабул итеү бүлмәһендә граждандар мөрәжәғәтен ҡараны. Бында килеүселәрҙе тәү сиратта үҙҙәре йәшәгән ерҙе төҙөкләндереү һәм уңайлы шарттар булдырыу мәсьәләләре борсоно. Шуныһы: Президенттан берәү ҙә шәхси проблемаһын хәл итеүҙе үтенмәне. Улар ауыл өсөн мәктәп, район өсөн поликлиника, юл, электр уты һораны.

Тәүгеләрҙән булып ике бала әсәһе инде. Ул Жуков ауылынан йорт алған, уның өсөн түләп тә бөткән, тик һаман да күсенеп, йәшәй алмайҙар. Сәбәбе: ауылда мәктәп юҡ, ә балаларға уҡырға кәрәк. Өфөгә йөрөтөүе йыраҡ һәм ауыр. Был проблема күпселеге йәш ғаиләләрҙән торған бөтә ауыл халҡын борсой. Рөстәм Хәмитов документтарҙы ҡарап сыҡты. Мәктәптең проекты әҙер һәм төҙөлөш 2014 йылда башланырға тейешлеге асыҡланды. Президент проблеманың мөһимлеген билдәләне һәм төҙөлөштө шәхси контролгә аласағын әйтте.
Өфөлә уҙған быуаттың урталарында төҙөлгән спорт мәктәптәренең береһенә капиталь ремонт талап ителә. Уҡыу йортоноң бөгөн авария хәлендә булыуы тураһында бал бейеүҙәре буйынса уҡытыусы хәбәр итте.
— Һис шикһеҙ, спорт мәктәптәре иғтибар үҙәгендә булырға тейеш. Яҡшы спортсылар үҫтереү өсөн уңайлы шарттар кәрәк. Был мәсьәләне ҡала хакимиәтенең һаман да хәл итмәүе аптырата. Тейешле йөкләмәләр бирермен, ремонт киләһе йылда эшләнер, — тине Рөстәм Зәки улы.
Президентҡа мөрәжәғәт иткән тағы бер әсә балалар поликлиникаһы мәсьәләһен күтәрҙе. Баш ҡаланың Колгуев биҫтәһендә бындай махсус учреждение юҡ. Йәш балалы әсәләр өс биҫтәне ҡараған поликлиникаға барырға мәжбүр. Унда педиатр ҙа юҡ, хеҙмәтләндереү сифаты ла аҡһай.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, республикала 1 мең самаһы педиатр етмәй. Ә һеҙҙең яңы биҫтәгеҙгә, әлбиттә, балалар поликлиникаһы кәрәк. Һаулыҡ һаҡлау министрына һәм ҡала хакимиәте башлығына йөкләмәләр бирәсәкмен, — тине Президент. — Һеҙгә саҡ ҡына көтөргә тура килер, был эш тиҙ башҡарылмай.
Тағы ике мөрәжәғәт итеүсенең һорауы яңы биҫтәләрҙә инфраструктура етмәүенә ҡағылды. Белорет районының Инйәр ауылында йәштәр өсөн яңы биҫтә барлыҡҡа килгән. Унда 120-нән ашыу ер участкаһы бирелгән һәм береһенә лә ошоға тиклем электр уты үтмәгән. Ә Нефтекама ҡалаһының сағыштырмаса яңы биҫтәһенән килгән ҡатын йәйәүлеләр өсөн юл булмауы тураһында әйтте. Уның ике балаһы көн дә ҙур хәүеф аҫтында оло юл ситенән мәктәпкә йөрөргә мәжбүр.
Рөстәм Хәмитов мөрәжәғәт итеүселәргә ярҙам буласағы тураһында әйтте.
— Бөгөн ҡаралған проблемаларҙың күбеһе яңы биҫтәләргә бәйле. Төҙөүен төҙөйҙәр, ә мәктәп, юл, ҡыҫҡаһы, инфраструктура хаҡында уйламайҙар. Кешеләр күсенеп, йәшәй башлай ҙа аҙаҡ уңайһыҙлыҡтарға дусар ителә, — тине Президент.
“Табын клубы” ағзаһы булған ир-егеттең мөрәжәғәте экология проблемаһына ҡағылышлы ине. “Авдон” ҡошсолоҡ фабрикаһы сығарып ташлаған ҡалдыҡтар тирә-яҡ мөхиткә, шулай уҡ шул тирәләге күлгә ҙур зыян килтерә икән. Рөстәм Хәмитов шулай уҡ яуаплы етәкселәргә мәсьәләне тикшерергә һәм хәл итергә йөкләмә бирҙе.


Вернуться назад