Юрист кәңәштәре18.10.2013
Элекке хужа түләһен
— Ипотекаға фатир алам. Һатыу-һатып алыу килешеүе төҙөлгәс кенә ундағы газ колонкаһының эшләмәгәнен асыҡланым. Ҡорамал бик иҫке. Һорауым шундай: уны фатирҙың хужаһы алмаштырырға йәки ремонтларға тейешме, әллә минме?
Рифҡәт.
Өфө ҡалаһы.
— Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау тураһындағы закондың 18-се статьяһына ярашлы, ҡулланыусы тауарҙа һатыусы алдан әйтмәгән етешһеҙлекте тапҡан осраҡта, үҙ теләге буйынса түбәндәгеләрҙе талап итергә хоҡуҡлы:
— шундай уҡ маркалы (моделе һәм артикулы ла тура килгән) тауарға алмаштырыуҙы;
— тауарҙың хаҡын иҫәпләп, башҡа маркалы тауарға алмаштырыуҙы;
— һатып алынған тауарҙың хаҡын төшөртөүҙе;
— тауарҙың етешһеҙлеген үҙ иҫәбенә бөтөрөүҙе;
— һатыу-һатып алыу килешеүендәге шарттарҙы үтәүҙән баш тартып, аҡсаны кире биреүҙе.
Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау тураһындағы закон магазинда һатып алынған тауарға ғына түгел, кешеләр араһында һатыу-һатып алыу килешеүе нигеҙендә башҡарылған алыш-биреш объектына ҡарата ла ғәмәлдә. Әгәр һеҙ ошоға тиклем хужаға аҡса түләмәгән булһағыҙ, газ колонкаһын алмаштырыуҙы йәки фатир хаҡын төшөртөүҙе талап итегеҙ. Ә хаҡы түләнгән булып, һатыусы һаман да тартҡылаша икән, судҡа мөрәжәғәт итә алаһығыҙ.
Килешеп булмаһа, суд хәл итер
— Ҡатыным менән айырылышырға теләйем. Биш йәшлек ҡыҙыбыҙ бар, уны ныҡ яратам. Айырылышһаҡ, ҡатыным балам менән күрештермәйәсәк. Әлбиттә, мин судта ҡыҙымды үҙемдә ҡалдырыуҙы һорарға йыйынмайым, әсәһе менән уға яҡшыраҡ буласаҡ. Тик даими күрешеп торғом, тәрбиәләүҙә ҡатнашҡым килә. Бының буйынса ниндәй хоҡуҡтарым бар, элекке ҡатыным шарттар ҡуя аламы?
Ансар.
Октябрьский ҡалаһы.
— Рәсәй Ғаилә кодексының 66-сы статьяһына ярашлы, баланан айырым йәшәүсе ата-әсә уның менән аралашырға, тәрбиәләүҙә һәм белем биреүҙә ҡатнашырға хоҡуҡлы. Әгәр аралашыу балаға физик һәм психологик зыян килтермәһә, уның әхлаҡи үҫешен сикләмәһә, сабый менән йәшәүсе атай йәки әсәй быға ҡаршы килергә тейеш түгел. Һеҙ бала менән нисек һәм ниндәй ваҡытта осрашыу тураһында яҙма килешеү төҙөй алаһығыҙ. Әгәр ике яҡты ла ҡәнәғәтләндерерлек ҡарарға килә алмайһығыҙ икән, бәхәсте судта хәл итергә мөмкин.