Яңы министр урынбаҫары15.10.2013
Яңы министр урынбаҫарыРеспублика Президенты Рөстәм Хәмитов Рәсих Шәмсетдиновты Башҡортостандың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.

Рәсих Хәдит улы Шәмсетдинов 1971 йылда Благовар районының Ағарҙы ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын тамамлаған.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1988 йылда Өфө приборҙар эшләү заводында токарь булып башлай. 1993 йылдан 1999 йылға тиклем — Благовар район эске эштәр бүлегендә тәфтишсе. 1999 — 2008 йылдарҙа район хакимиәтендә юридик бүлек мөдире, хакимиәт башлығы урынбаҫары була. 2011 йылға тиклем Башҡортостандың Контроль-иҫәп палатаһында баш инспектор, бүлек мөдире вазифаларында эшләй. 2011 йылдан әлегә тиклем — республиканың Үҙәк һайлау комиссияһында бүлек мөдире урынбаҫары.


Вернуться назад