Иҡтисади форум тиһәләр ҙә...15.10.2013
Индонезияның Бали утрауында АТЭС (Азия-Тымыҡ океан иҡтисади берләшмәһе) саммиты үтеүе, Азербайжанда Илһам Алиевтың өсөнсө мөҙҙәткә президент итеп һайланыуы иғтибар үҙәгендә булды.
Берәү берәүгә терәү
Үткән дүшәмбе Индонезияның Бали утрауында АТЭС саммиты булды. Билдәле булыуынса, был берләшмәгә Америка Ҡушма Штаттары, Рәсәй, Австралия, Мексика, Малайзия, Бруней, Гонконг, Вьетнам, Индонезия, Филиппин, Таиланд, Тайвань, Чили, Япония, Сингапур, Яңы Зеландия, Папуа-Яңы Гвинея, Перу, Ҡытай, Канада, Корея Республикаһы инә. Йәғни был берләшмәгә инеүсе илдәрҙә донъя халҡының 40 проценты йәшәй, донъя эске тулайым продуктының яртыһынан күберәге ошо илдәр өлөшөнә тура килә.
Форум иҡтисадҡа бәйле булһа ла, уның сәйәсәткә лә туранан-тура ҡатнашлығы бар. Саммит барышында Владимир Путин Барак Обама менән осрашып һөйләшергә тейеш ине. Әммә АҠШ-та һаман да бюджет мәсьәләһен хәл итә алмайҙар. Ошоноң менән бәйле ул килмәне. Саммит алдынан АҠШ-тың Дәүләт секретары Джон Керри менән Рәсәй сит ил эштәре министры Сергей Лавров осрашып, Сүриә конфликтын көйләү буйынса фекер алышты. Әлбиттә, ил етәкселәре осрашып һөйләшкәндә уның һөҙөмтәһе күпкә юғарыраҡ булыр ине.
АТЭС саммитында тәүге һүҙ Владимир Путинға бирелде. Ул быйыл сентябрҙә Санкт-Петербург ҡалаһында үткән “Ҙур егерме” илдәре саммитына йомғаҡ яһаны. Владимир Владимирович үҙ сығышында ошо төбәк иҡтисадын нығытыу һәм артабан үҫтереү хаҡындағы фекерҙәре менән уртаҡлашты. Был төбәктә Рәсәй транспорт, энергетика, телекоммуникация инфраструктураһын, туризмды үҫтереүгә инвестиция һалырға әҙер булыуын белдерә. Рәсәй Индонезияла ГЛОНАСС станцияһы, спутник етештереү ҡоролмаһы урынлаштырырға ярҙам итәсәк. Бынан тыш, Рәсәй Индонезияға 12 самолет һатырға килеште. Индонезия донъяла иң ҙур мосолман иле булараҡ билдәле. Шуға ла был илдең Сүриәгә лә йоғонтоһо бар, һәм осрашыу барышында ике ил лидеры ошо мәсьәлә буйынса ла фекер алышты. Билдәле булыуынса, АТЭС саммиты былтыр Владивосток ҡалаһында үткәйне. Унда төҙөлгән килешеүҙәрҙең, ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың үтәлеше лә тикшерелде.
Әйткәндәй, саммит асылған көндә илебеҙ Президенты Владимир Путинға 61 йәш тулды, һәм ул үҙенең тыуған көнөн эш менән үткәрҙе. Уның АҠШ-тың Дәүләт секретары Джон Керри, Ҡытай лидеры Си Цзиньпин, Япония премьеры Синдзо Абэ, Индонезия президенты Сусило Бамбанг Юдойоно менән осрашыуына ҙур әһәмиәт бирергә була. Джон Керри менән башлыса Сүриә мәсьәләһе тикшерелһә, Япония премьеры менән ике ил араһындағы хеҙмәттәшлекте артабан үҫтереү ҡаралды. Рәсәй-Япония мөнәсәбәттәре ошоғаса киҫкен ҡала, һәм һаман ике ил араһында тыныслыҡ килешеүе төҙөлмәгән. Быға төп сәбәпсе булып Курил утрауҙары тора. Япония Курил утрауҙарының көньяғында урынлашҡан Итуруп, Кунашир, Шикотан утрауҙарына дәғүә итә. Рәсәй яғы был утрауҙарҙы күршеләргә бирергә теләмәүен әленән-әле белдерә килә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ике ил араһында иҡтисади хеҙмәттәшлек йәшәп килә һәм уны үҫтереү хаҡында килешелде. Рәсәй Японияға газ һатыу күләмен арттырырға иҫәп тота. Япония иһә үҙ сиратында телекоммуникация, машиналар төҙөү өлкәһенә Рәсәй иҡтисадына инвестиция һаласаҡ. Дөйөм алғанда, АТЭС саммиты эшлекле шарттарҙа үтте һәм уның һөҙөмтәләрен көтөргә генә ҡала.
Азербайжан Алиевтарҙан уңды
Азербайжанда президент һайлауында ғәмәлдәге ил етәксеһе Илһам Алиев еңеп сыҡты. Һайлауға килеүселәрҙең 84 проценты уның өсөн тауыш биргән. Әйтергә кәрәк, Илһам Алиевтың был өсөнсө мөҙҙәткә һайланыуы. Уның төп дәғүәсеһе булған Йәмил Госанлы һайлаусыларҙың 5 процент тауышын йыйыуға өлгәшкән. Юғары вазифа өсөн барлығы 10 кеше көрәш алып барған. Илһам Алиевҡа президентлыҡ вазифаһы атаһынан – Гейдар Алиевтан ҡалды, ул ике мөҙҙәт рәттән ил менән етәкселек итте.
Илһам Алиевтың власта ҡалыуы Азербайжанда тотороҡлолоҡ һаҡланыуы хаҡында һөйләй. Алиевтар власҡа килгәнгә тиклем унда сәйәси тотороҡлолоҡ булманы. Алыҫ 1991 йылда Азербайжанда тәүге президент һайлауы булғайны. Ул саҡта Азербайжан коммунистар партияһының беренсе секретары Аяз Моталибов, һайлаусыларҙың 98 процент тауышын йыйып, илдең тәүге президенты итеп һайланғайны. Таулы Ҡарабах конфликтына бәйле бер йылдан һуң отставкаға китергә мәжбүр булды һәм үҙ иленән сығып ҡасты. 1992 йылда президент итеп һайланған Әбүлфәз Элчибей ҙа был вазифала бер нисә ай ғына эшләп ҡала алды. Уны ла властан алып ташлағас, Баҡынан китергә мәжбүр булды. Ә 1993 йылдың октябрендә Гейдар Алиев президент итеп һайланды, һәм бына 20 йыл инде ил менән Алиевтар етәкселек итә. Элекке СССР составындағы союздаш республикаларҙан Азербайжан — иң тотороҡло үҫешкән илдәрҙең береһе. Илдең углеводород запасына бай булыуы уны яңы бейеклектәргә күтәрҙе тип әйтергә мөмкин. Булған байлыҡты әрәм-шәрәм итмәй дөрөҫ файҙалана белеү ҙә ҙур әһәмиәткә эйә. Азербайжандың иҡтисады 1996 йылдан башлап тотороҡло. Иҡтисади үҫеш йылына уртаса 12-13 процент тәшкил итә. Элекке СССР составындағы илдәрҙән был иң юғары күрһәткестәрҙең береһе, һәм бында уларҙың икеһенең дә хеҙмәт өлөшө ҙур. Йәғни Азербайжан Алиевтарҙан уңды тип әйтергә мөмкин.