Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Рида Собханҡолованы республиканың финанс министры итеп тәғәйенләү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Рида Таһир ҡыҙы Собханҡолова 1958 йылда Бүздәк районының Яңы Таулар ауылында тыуған. Ҡазан финанс-иҡтисад институтын тамамлаған.
1979 — 2005 йылдарҙа Башҡортостандың Финанс министрлығында ревизор-инспектор, иҡтисадсы, бүлек начальнигы урынбаҫары, бүлек начальнигы булып эшләй. 2005 — 2011 йылдарҙа — республиканың финанс министры урынбаҫары, 2011 йылдан әлегә тиклем беренсе урынбаҫары була.