Рөстәм Хәмитов: “Ҡаҙағстан — беҙҙең өсөн перспективалы партнер”12.10.2013
Ошо көндәрҙә Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы Астанала эшлекле даирә вәкилдәрен Башҡортостан менән таныштырыу сараһы уҙҙы. Унда республикабыҙ Президенты Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны.
Башҡортостан Президенты ике төбәк араһындағы мөнәсәбәттәрҙе бөтә яҡлап әүҙемләштереү зарурлығына айырым иғтибар бирҙе, республикабыҙҙағы нефть химияһы, нефть эшкәртеү тармаҡтарының үҫеше хаҡында һөйләне.
— Төбәк предприятиелары һәм беҙҙә эшләгән компаниялар киләсәген химия менән бәйләй. Уны етештереүҙең, сәнәғәттең нигеҙе тип атарға мөмкин, — тине Рөстәм Хәмитов. Республикабыҙҙа “Ҙур Химия” халыҡ-ара форумының уҙғарылыуы хаҡында ла әйтеп үтте.
Һөйләшеүҙәр барышында һүҙ инфраструктураны берлектә үҫтереү, атап әйткәндә, юл һалыу хаҡында барҙы.
— Ҡытай, Ҡаҙағстан һәм Рәсәйҙе тоташтырған мөһим юлды һалыуҙа Ҡаҙағстандың ярҙам күрһәтергә әҙер булыуы ҡыуаныслы, — тине Башҡортостан Президенты. — 250 саҡрымлыҡ ара Башҡортостан биләмәһе аша үтә. Ошо эштә Ҡаҙағстан эшҡыуарлығының ҡатнашыуын хуплайбыҙ.
Президент шулай уҡ һуңғы йылдарҙа баҙар алымдарын тәьмин итеү, республикаға эшләргә килгән инвесторҙар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу мөмкинлеген биргән заманса ҡануниәт булдырыу йәһәтенән алға китеште билдәләне.
Ҡаҙағстан хөкүмәтендә Рөстәм Хәмитов уның Премьер-министры Серик Әхмәтов менән осрашты. Ул да төбәк-ара мөнәсәбәттәргә ыңғай баһа бирҙе.
— Һигеҙ йыл эсендә хеҙмәттәшлек ярайһы уҡ әүҙем үҫте, — тине Серик Әхмәтов. — Әле Ҡаҙағстанда Башҡортостан Республикаһы көндәре уҙғарыла. Минеңсә, был Рәсәй менән Ҡаҙағстан араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нығытыу өсөн этәргес бирә.
Астанала Рөстәм Хәмитов шулай уҡ Премьер-министр урынбаҫары, индустрия һәм яңы технологиялар министры Асет Исекешев менән осрашты. Сарала эшҡыуарлыҡ, берлектәге предприятиелар асыу, яңы баҙарға сығыу өлкәһендә төбәк-ара хеҙмәттәшлекте киңәйтеү мөмкинлеге ҡаралды.
Ҡаҙағстанда Башҡортостан Республикаһы көндәрен уҙғарыуға ярашлы республикабыҙ Президенты Л.Н. Гумилев исемендәге Евразия милли университеты студенттарына лекция уҡыны. Йәнле аралашыуҙа студенттарҙы һәм уҡытыусыларҙы Башҡортостандағы йәштәр сәйәсәте, милли телде һәм мәҙәниәтте һаҡлап ҡалыу саралары, иҡтисад үҫешендәге уңыштар ҡыҙыҡһындырҙы.
Сәфәр барышында ошо уҡыу йорто менән Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Башҡорт дәүләт университеты араһында хеҙмәттәшлек һәм студенттар алмашыу тураһында килешеү төҙөлдө. Сара Рөстәм Хәмитовҡа Евразия милли университетының почетлы профессоры исемен биреү менән тамамланды.