Оло маҡсат, изге ынтылыштар...09.10.2013
1990 йылдың 11 октябре республикабыҙ йылъяҙмаһына алтын хәрефтәр менән яҙылырҙай оло ваҡиға булып инеп ҡалды. Был көндә Башҡорт АССР-ы Юғары Советы, Башҡортостаныбыҙҙың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеп, тарихыбыҙҙың өр-яңы битен асып ебәрҙе.
Ул көнгә сирек быуатҡа яҡын ваҡыт үтеп тә киткән. Миңә, шул осорҙағы ижтимағи тормоштоң уртаһында һәм унан һуң да йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан кешегә, үткәндәрҙе иҫкә төшөрөү, кисәге, бөгөнгө һәм иртәгәһе көнөбөҙ тураһында йыш уйланыу хас.
Иң элек 1990 йылдың октябренә тиклемге ваҡиғалар тураһында бер нисә һүҙ. Башҡортостанда ижтимағи-сәйәси хәрәкәт байтаҡҡа алдан — 1989 йылдың яҙ айҙарында уҡ башланды. Нәҡ шул йылдың 20 майында Өфөлә 300-ҙән ашыу делегат ҡатнашлығындағы йыйында “Республика башҡорт мәҙәниәте клубы” (РБКК) тигән милли ойошма төҙөүгә өлгәштек. Шул мәлдән башлап республикала башҡорт милли хәрәкәте ныҡ йәйелеп китте. Һөҙөмтәлә 1989 йылдың 17-18 декабрендә оло йыйын үткәреп, әле бөгөн дә эшләп ятҡан "Урал" башҡорт халыҡ үҙәген ойошторҙоҡ. Республика башҡорт мәҙәниәте клубына ла, "Урал" үҙәгенә лә делегаттар етәксе итеп мине һайлап ҡуйҙы. Нәҡ бына ошо йыйында республиканың сәйәси, социаль-иҡтисади, рухи-мәҙәни тормошона күп яҡлы һәм тәрән анализ яһалды, алда торған проблемаларҙы хәл итеү юлдары асыҡланды. Шуның менән 1990 йылда бөтөн ил буйынса милли республикаларҙа башланып киткән мөстәҡиллек өсөн көрәш процесына үҙебеҙҙең төплө эшләнгән платформабыҙ менән ҡушылып киттек. Быға объектив фекер йөрөткән бүтән милләт вәкилдәрен дә ылыҡтырыуға өлгәштек. Көрәш барышында үҙаллылыҡ, йәнәһе, башҡорттар өсөн генә кәрәк тип ялған фекер таратҡан һәм Башҡортостандың дәүләт суверенитетына ҡаршы сығыш яһаған ҡайһы бер көстәрҙең уйҙырмаһына ла ҡаршы торорға тура килде. Ғөмүмән, суверенитет өсөн көрәш бик ҡатмарлы шарттарҙа барҙы. Өҫтәүенә, совет власы йылдарында башҡорттарға ҡарата "милләтселек", "вәлидовсы" тигән ярлыҡ тағып, гел генә шуны күҫәк итеп ҡулланыу асылда ғәҙәткә инеп киткәйне. Беҙгә лә шул күҙлектән сығып ҡараусылар булды. Ә республикабыҙ етәкселеген әленән-әле сепаратизмда ғәйепләүселәр табылды. Ләкин ғәҙеллек, инанғанлыҡ еңеп сыҡты.
Ирек Агишев үҙенең бер мәҡәләһендә Башҡортостандың мөстәҡиллеген яулап алыуҙа башҡорт милли хәрәкәте хәл иткес роль уйнаны тигән фекер үткәрә. Был, ысынлап та, шулай булды. 1990 йылдың авгусында Борис Ельциндың Өфөлә, Ижтимағи-сәйәси үҙәк алдында йыйылған меңәрләгән кешегә ҡарап: "Берите суверенитета столько, сколько сможете проглотить!" — тигән һүҙҙәрен әйткән сағында халыҡ менән бергә мин дә уның эргәһендә баҫып тора инем. Рәсәйҙең беренсе Президенты һайлау алды марафоны ваҡытында хатта үҙ файҙаһын күҙәткән хәлдә лә, уның Башҡортостанға һәм, әлбиттә, башҡорттарға ҡарата ошондай оло мәғәнәле һүҙҙәр әйтеүе ихлас булғандыр тип уйлайым. Бер ҙә Ҡазанға йәки Чебоксарға барып, ундай һүҙҙәр һөйләп йөрөмәне бит әле ул. Ни тиһәң дә, яҡташ — тарихи башҡорт ерендә, Урта Уралдың нәҡ башҡортса аталған Бутҡа тигән ҡасабаһында тыуған Борис Николаевич (“Бутҡа” тигән атама урыҫса "жижа, грязь" тигән мәғәнәлә алынған, сөнки ҡасаба һаҙлыҡлыраҡ урында ултыра). Башҡортто белеп үҫкән, тимәксемен. Дөйөм алғанда, Ельцин менән был осрашыуҙың ыңғай йоғонтоһо булды.
Мөстәҡиллек ҡабул иткән көндә мажаралар ҙа булды. Беҙҙе ғүмере буйы хурлап йөрөгән бер әҙәм аҡтығы нәҡ шул көндәрҙә, Башҡортостаныбыҙҙың үҙаллылығына ҡаршы сығып, Өфөнөң Совет майҙанында палатка ҡороп, аслыҡ иғлан итеп ятҡан кеше булды. 11 октябрҙә Юғары Совет ултырышы барған ваҡытта йыртыҡ плащ, алама быйма кейеп, Ижтимағи-сәйәси үҙәккә килеп инәм генә тигәндә, митингка йыйылған кешеләр күреп ҡалып, тегене урам сатына тиклем төрткөсләп оҙатып ҡуйҙы. Ай-һай, халыҡ бик дәррәү ине ул йылдарҙа!
Юғары Совет ултырышында тауыш биреү барышы радиоалғыстар аша бөтөн урамға ишетелеп торҙо. Һөҙөмтә иғлан ителгәс, Ижтимағи-сәйәси үҙәктең эсендә лә, тышта, ҡаршылағы паркта ла ҡул сабыуҙар, бер-береһен ҡотлап ҡысҡырышҡан тауыштар оҙаҡ яңғыраны. Өфө, республика оло байрам шатлығын кисерҙе. 11 октябрҙе Республика көнө тип иғлан итеүҙе халҡыбыҙ хуплап ҡаршы алды.
Беҙҙең артабанғы тормошобоҙ һәм яҙмышыбыҙ, шулай уҡ Үҙәк менән мөнәсәбәтебеҙ нәҡ ошо мөстәҡиллек билдәһе аҫтында үтте. Хәҙер ҙә ул асылда дауам итә. Республикаларҙың хоҡуҡтарын нисек кенә ҡыҫһалар ҙа, Башҡортостан, милли дәүләтселек субъекты булараҡ, үҙенең хоҡуҡтарын һаҡлап алып ҡалды һәм шул нигеҙҙә күп йәһәттән үҙаллы үҫеш юлына баҫты. Шуныһы ҡыуандыра: һуңғы йылдарҙа Рәсәй етәкселеге йыш ҡына илдәге субъекттарҙың хоҡуҡтарын киңәйтеү тураһында бик әһәмиәтле фекерҙәр әйтә. Милләттәрҙе һанға һуҡмауға йүнәлтелгән "дөйөм Рәсәй милләте" тигән яһалма билдәләмәне лә һирәгерәк ҡуллана башланылар. Рәсәй Дәүләт Думаһында яңы закон проекттарын тикшергәндә, Башҡортостан Республикаһы парламентының башҡорт йәмәғәтселегенең тәҡдимдәренә элеккегә ҡарағанда етдиерәк ҡолаҡ һалыуҙары ла һөйөнөслө. Был бигерәк тә туған телдәрҙе, дәүләт телен, милли мәҙәниәтте һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләрендә бер ни тиклем ыңғай һөҙөмтәләр бирҙе.
Республика көнө — Башҡортостан халҡының оло байрамы. Шул айҡанлы бер тәҡдимемде әйтмәксемен: дәүләт мөстәҡиллеге тураһында декларация ҡабул итеүгә сирек быуатҡа яҡын ваҡыт үтеүгә ҡарамаҫтан, Өфөлә ошо ваҡиғаға бағышланған стела әле һаман ҡуйылмаған. Был мәсьәләне хәл итергә ваҡыттыр.