Яңы йыл һәм Христос раштыуаһы ишек ҡаҡһа ла, күп илдәрҙә байрам кәйефенең самалы булыуы тойола. Тотош донъяны ялмап килгән иҡтисади көрсөк йоғонтоһомо, әллә ахырызамандың яҡынлашыуын күрәҙәләү тыуҙырған шауҡыммы – үҙ-ара тартҡылашыу дауам итә.
Көнбайыш нимә көҫәй?БМО-ның Именлек советында Рәсәй менән Көнсығыш араһында тағы ла ҡапма-ҡаршылыҡ барлыҡҡа килде: Сүриә буйынса резолюцияның беҙҙең тарафтан тәҡдим ителгән яңы проекты АҠШ менән Европа союзы илдәрен ҡәнәғәтләндермәй. Документта, атап әйткәндә, низағта ҡатнашыусыларҙың барыһынан да үҙ-ара көрәште кисекмәҫтән туҡтатыу талап ителә. Көнбайыштың фекеренсә, ҡан ҡойош өсөн урындағы етәкселек менән оппозиция бер үк кимәлдә яуаплы булырға тейеш түгел.
Рәсәйҙең Сит ил эштәре министрлығы фекеренсә, бында сит илдәрҙең мәкерле ниәт менән яныуы күренеп тора. “Улар, Сүриә хөкүмәтенә ҡорал һатыуҙы туҡтатыуға өлгәшеп, экстремистарҙан торған ҡаршы яҡҡа көсәйергә мөмкинлек бирмәксе. Ул саҡта Ливиялағы фажиғәнең ҡабатланыуы көн кеүек асыҡ”, — ти министрлыҡтың рәсми вәкиле. Күреүебеҙсә, Рәсәй эҙемтәләрҙең хәүефен яҡшы аңлай һәм мәсьәләләрҙең тыныс юл менән хәл ителеүен теләй.
Грузияның яңы ҡабул ителгән милли именлек концепцияһында, Рәсәй – илдең төп дошманы, тип билдәләнгән. Йәнәһе, беҙҙең ил уларҙы баҫып алырға йыйына, террор акттары ойоштора, тағы ла һөжүмдәр менән янай. Дөйөм алғанда, 41 битлек был документта Рәсәйҙе 44 тапҡыр иҫкә алғандар. Концепцияның өстән ике өлөшө Рәсәй-Грузия мөнәсәбәттәренә арнала.
Сәйәсәт белгестәре әйтеүенсә, илебеҙ өсөн әлеге күренеш һис тә көтөлмәгән хәл түгел: Грузияның хәҙерге етәкселеге Рәсәйҙән дошман яһау өсөн эҙмә-эҙлекле шөғөлләнә. Үҙ халҡының башын бутау һәм Көнбайыш алдында тамашалар ойоштороу Саакашвилиға аныҡ маҡсаттарын тормошҡа ашырыу өсөн бик тә мөһим. Бөгөн ул 2008 йылдағы һуғыш менән иленең тарҡалыуына юл ҡуйғаны өсөн яуаплылыҡтан ҡасырға, барлыҡ ғәйепте Рәсәйгә япһарырға тырыша, шулай уҡ урындағы халыҡтың иғтибарын Грузиялағы ҡатмарлы социаль-иҡтисади хәлдән ситкә йүнәлтмәксе.
Власть халыҡты тыңларға әҙерИл эсендәге сәйәси хәлде лә тыныс тип баһалап булмай, сөнки һайлауҙа ғәҙеллек талап иткән митингтар һаман да киңерәк ҡолас ала. Мәскәүҙең Сахаров проспектында ойошторолған акцияға Һаҙ майҙанындағынан да күберәк халыҡ йыйылған, тиҙәр. Төбәктәрҙә иһә ризаһыҙлыҡ белдереп урамға сығыусылар 41 мең самаһы булған – быға тиклемгенән аҙыраҡ.
Шуныһын билдәләргә кәрәк: митингтар һөҙөмтәһендә халыҡ менән етәкселәр араһында ниндәйҙер кимәлдә килешеүгә өлгәшелә. Күп урындарҙа власть бынан ары йәмәғәтселектең талаптарын иҫәпкә алырға, тауыш биреү һөҙөмтәләрен кемдеңдер файҙаһына үҙгәртеүселәргә ҡарата сара күрергә вәғәҙәләй. Шул уҡ ваҡытта яңы лидерҙар барлыҡҡа килә, хатта айырым партия тупларға йыйыныусылар бар. Мәҫәлән, Рәсәйҙең элекке финанс министры Алексей Кудрин сәйәси майҙандан юғалған Уң көстәр партияһы нигеҙендә үҙ фирҡәһен булдырмаҡсы.
Бығаса Рәсәй Президенты Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары булып эшләгән Владислав Сурковтың Премьер-министр урынбаҫары итеп тәғәйенләнеүе ил үҫешендә йүнәлештең үҙгәреренә ышанысты арттыра. Ни тиһәң дә, һуңғы йылдарҙа эске сәйәсәтебеҙ тап ошо сәйәсмәндең эшмәкәрлегенә бәйле булды. Президент Дмитрий Медведев Хөкүмәттә модернизация мәсьәләләре менән шөғөлләнеүҙе йөкмәткәс, ул ҡәнәғәт булыуын белдерҙе. Баҡһаң, Сурков был өлкәлә көсөн күптән һынап ҡарарға хыялланған икән.
Хәҙер Рәсәй Президенты Хакимиәтенә Сергей Иванов етәкселек итә, уның урынбаҫарҙары араһында эске сәйәсәт өсөн Вячеслав Володин яуаплы.
Дәғүәләшеүселәргә дәғүә булманыУҙған шәмбелә Өфөлә лә ҡайһы бер сәйәси партиялар һәм йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре Ленин майҙанына сыҡты, Октябрь проспекты буйлап үтте. Улар ҙа, дөйөм илдәге кеүек, һайлау һөҙөмтәләре менән риза түгеллеген белдерҙе, Дәүләт Думаһына үткән партияларҙы депутат мандаттарын бүлешергә ашығыуҙа ғәйепләне.
Дәғүә белдереүселәрҙең фекеренсә, тауыш йыйыу барьеры 2 процентҡа тиклем кәметелергә тейеш, сөнки бында илдә йәшәүсе миллиондарса кешенең ышанысы хаҡында һүҙ бара. Шулай уҡ төбәк башлыҡтары, урындағы үҙидара органдары етәкселәре өсөн тауыш биреүҙең, бер мандатлы округтар буйынса һайлауҙың мөһимлеге билдәләнде. Был турала Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға мөрәжәғәт ҡабул ителде. Республика парламенты үҙ сиратында ошо талаптарҙы Рәсәйҙең Дәүләт Думаһына еткерергә бурыслы, тине митингта ҡатнашыусылар.
Ялған мәғлүмәттәр биргән һайлау комиссиялары ағзаларын эшенән ебәреүҙе һәм енәйәт яуаплылығына тарттырыуҙы талап иттеләр. Тауыш биреү һөҙөмтәләрен инҡар итеп, Дәүләт Думаһының алтынсы саҡырылышына һайлауҙы яңынан ойошторорға кәрәк, тиеүселәр ҙә булды.
Әлбиттә, һәр кемдең үҙ фекерен белдерергә хоҡуғы бар. Митингта ҡатнашыусы халыҡ был йәһәттән ҡыҫым тойманы. Борсолоуҙарын күңеленә йоммай, асыҡтан-асыҡ дәғүәләшә алды улар. Хоҡуҡ һаҡлау органдарының кемделер ҡулға алыуы хаҡында мәғлүмәттәр юҡ.
Даян МӘЖИТОВ