“Берҙәм Рәсәй” яңырыу кисерә08.10.2013
5 октябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов “Берҙәм Рәсәй” партияһының ХIV съезы эшендә ҡатнашты.

Пленар ултырышты асып, партия лидеры Дмитрий Медведев 697 делегат теркәлеүе хаҡында хәбәр итте. Съезд эшендә иһә 1 700-ҙән ашыу делегат һәм ҡунаҡ, шул иҫәптән партияның Дәүләт Думаһындағы фракцияһынан 100 депутат ҡатнашты.
Былтыр майҙа уҙған съезда партия уставына үҙгәрештәр индерелгәйне, хәҙер бөтә кимәлдәге бүлексәләрҙең етәкселәре йәшерен тауыш биреү нигеҙендә биш йылға һайлана. “Ошо үҙгәрешкә бәйле, тәүге һәм төбәк ойошмаларындағы етәкселәрҙең өстән бер өлөшө, урындағылар 20 процентҡа алмашынды”, — тине партия рәйесе.
Дмитрий Медведев, был — эштең етди һөҙөмтәһе, ул кешеләр менән туранан-тура аралашыуҙың мөһимлеген күрһәтте, тип билдәләне.


Вернуться назад