Сифатты яҡшыртыу талап ителә08.10.2013
4 октябрҙә Мәскәүҙә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ил башлығы Владимир Путин үткәргән Дәүләт Советы ултырышында ҡатнашты. Унда бюджет сығымының һөҙөмтәлелеген арттырыу саралары тикшерелде.

Дәүләт Советы ултырышын асып, ил Президенты бөтә кимәлдәге бюджеттарҙың үтәлеү сифатына баһа бирҙе.
— Беҙ был йүнәлештә эҙмә-эҙлеклелектең булмауы тураһында даими һөйләйбеҙ. Йыл аҙағында көсөргәнешлелек, аҡсаны ашығыс үҙләштереү башлана. Үҙгәрештәр булһа ла, улар бик әкрен бара, — тип белдерҙе Владимир Путин.
Шуға күрә ул иғтибарҙы финансҡа идара итеү сифатын яҡшыртыу зарурлығына йүнәлтте.


Вернуться назад