Комитет рәйестәре билдәләнде05.10.2013
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың бишенсе саҡырылыш депутаттары үҙҙәренең беренсе ултырышында парламенттың даими комитеттарын булдырҙы һәм уларҙың етәкселәрен, урынбаҫарҙарын һайланы.

Билдәле булыуынса, элек ете даими комитет эшләй ине, хәҙер уларҙың һаны һигеҙгә еткерелде. Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитет рәйесе итеп Зөфәр Йәнекәев тәғәйенләнде, уның урынбаҫары — Рәмил Хәкимов. Даими нигеҙҙә эшләмәгән урынбаҫар итеп Эдуард Мостафин һайланды. Урындағы үҙидара, гражданлыҡ йәмғиәте институттарын үҫтереү һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса комитет рәйесе — Румил Аҙнабаев, урынбаҫарҙары — Рифғәт Гарданов менән Виктор Пчелинцев. Бюджет, һалымдар, инвестиция сәйәсәте һәм территориаль үҫеш буйынса комитет рәйесе — Рузалия Хисмәтуллина, уның урынбаҫары — Михаил Бугера. Сәнәғәт, инновация үҫеше һәм эшҡыуарлыҡ буйынса комитет рәйесе итеп Рәшит Хәйруллин билдәләнде, урынбаҫары — Сергей Павлов. Торлаҡ сәйәсәте һәм инфраструктуралар үҫеше буйынса комитет рәйесе — Елена Родина, урынбаҫары — Рөстәм Ишмөхәмәтов. Рәсүл Ғосманов Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет рәйесе, Римма Үтәшева менән Руфина Шәғәпова уның урынбаҫарҙары итеп тәғәйенләнде. Эльвира Айытҡолова — Мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе, Александр Семак — уның урынбаҫары. Һаулыҡ һаҡлау, социаль сәйәсәт һәм ветерандар эштәре буйынса комитет рәйесе итеп Николай Никитин, урынбаҫарҙар итеп Альбина Буранғолова менән Наил Ғизәтуллин тәғәйенләнде.


Вернуться назад