“Үҙебеҙгә саҡырам”05.10.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Париждағы Рәсәй фән һәм мәҙәниәт үҙәгендә матбуғат конференцияһы үткәрҙе.

Республика етәксеһе сит ил журналистарына Башҡортостан, уның тарихы, халҡы, иҡтисади мөмкинлеге, ауыл хужалығы, сәнәғәт, туризм, социаль өлкәнең үҫеше, ЮНЕСКО менән бәйләнеш һөҙөмтәләре тураһында һөйләне, журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Сит ил инвесторҙары өсөн уңайлы шарттар тыуҙырабыҙ, һалымға ташламалар бар. Бөгөн дөйөм күләме 25 миллиард евро тәшкил иткән яңы производстволар, предприятиелар, инфраструктура объекттары төҙөү буйынса пландар тормошҡа ашырыла башланы”, – тип һөйләне республика етәксеһе. Конференцияның тулы тексы менән Президенттың сайтында танышырға була.


Вернуться назад