Юрист кәңәштәре04.10.2013
Түләргә тура килер
— Биш йыл элек әхирәтем банктан ҙур ғына суммаға кредит алды. Эш хаҡы ҙур булмау сәбәпле, ул өс поручитель йәлеп иткәйне. Араларында мин дә бар. Тәүҙә ул иғәнәләрҙе ваҡытында түләп барған, ә бер йыл самаһы элек туҡтатҡан икән. Уның менән яҡын аралашмағас, был турала белмәй ҙә инем. Ә хәҙер асыҡланыуынса, банк мине һәм тағы ике поручителде судҡа биргән. Түләүҙән ҡотолоп буламы? Минең эш хаҡым бәләкәй һәм балаларым бар.
Зәйтүнә.
Илеш районы.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Гражданлыҡ кодексының 363-сө статьяһына ярашлы, һеҙ банк алдында кредит алыусы менән бер үк кимәлдә яуаплы. Нисек кенә ауыр булмаһын, түләргә тура киләсәк. Банк килешеүенә ҡул ҡуйғанда, был талап менән ризалашҡанһығыҙ. Кәңәшем шул: бынан ары кемгәлер поручитель булыр алдынан төптән уйлағыҙ.
Никах килешеүе ярҙам итер
— Төрөк ҡыҙына ғашиҡ булдым, өйләнергә йыйынам. Айырылышыу осрағында ҡатыным фатирыма дәғүә итмәһен өсөн нимә эшләргә була? Мәҫәлән, уны атай-әсәйемдең фатирына теркәтә аламмы? Буласаҡ ҡатынымдың милеккә хоҡуҡтарын сикләүсе берәй төрлө килешеү төҙөү мөмкинлеге бармы?
Ғәҙел.
Архангел районы.
— Ҡатынығыҙҙы атай-әсәйегеҙ йортона теркәтергә теләйһегеҙ икән, унда йәшәүсе барлыҡ милекселәрҙең дә ризалығын алыу мөһим. Милкегеҙ өсөн ҡурҡһағыҙ, ҡатынығыҙ менән шунда уҡ никах килешеүе төҙөргә кәңәш итәм. Унда үҙегеҙҙең бөтә шарттарығыҙҙы ла яҙа алаһығыҙ, шул иҫәптән фатир буйынса ла.