Йәмәғәт палатаһында үҙгәреш04.10.2013
Ошо көндәрҙә Башҡортостан Йәмәғәт палатаһының өсөнсө саҡырылышы ағзалары сираттағы ултырышын үткәрҙе. Көн тәртибенә байтаҡ ҡына мәсьәләләр сығарылды, уларҙың һәр береһе ентекле ҡаралды.

Йәмәғәт палатаһының өс кешеһен — Эльвира Айытҡолова, Наил Ғиззәтуллин һәм Александр Дегтевты — республика парламентына депутат булып һайланыуҙары сәбәпле ағзалыҡтан сығарҙылар. Ә депутат булып һайланмаған Булат Йомадилов, Мәхмүзә Ғәйнуллина һәм Юрий Акшенцовты иһә яңынан палатаға алдылар.
Республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзалары ил Президенты Владимир Путиндың 2012 йылдың 7 майындағы социаль сәйәсәт, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, фәнгә ҡағылышлы указдарын Башҡортостанда тормошҡа ашырыу буйынса фекер алышты.
Тағы бер мәсьәлә — “Башҡортостан Республикаһында “Йәмәғәт палатаһы тураһында”ғы Законға үҙгәрештәр индереү” закон проекты ҡаралды. Уға ярашлы, Йәмәғәт палатаһы аппаратына дәүләт ҡаҙна учреждениеһы статусын биреү тәҡдим ителә.


Вернуться назад