Көсөргәнешле эш башлана04.10.2013
Республика парламентының бишенсе саҡырылыш депутаттары кисә тәүге ултырышына йыйылды. Унда ойоштороу мәсьәләләре хәл ителде. Ултырыш эшендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
Мөһим сараға Федерация Советы ағзалары, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаттары, Башҡортостан Хөкүмәте ағзалары, республиканың ҡала һәм райондары хакимиәт башлыҡтары, суд, хоҡуҡ һаҡлау органдары етәкселәре, республиканың Йәмәғәт палатаһы ағзалары һәм башҡалар саҡырылды. Йола буйынса тәүге ултырышты Ҡоролтайҙың иң өлкән депутаты Рифғәт Гарданов асты һәм алып барҙы.
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов депутаттарҙы ҡотланы һәм улар алдына мөһим бурыстар ҡуйҙы.
— Халыҡ һеҙгә ышаныс белдерҙе, уны аҡларға кәрәк. Алда көсөргәнешле эш көтә, тормоштоң бөтә өлкәләрендә лә яңырыу талап ителә, — тине Рөстәм Зәки улы. — Дәүләт төҙөлөшө өсөн һөҙөмтәле ҡануниәт бик мөһим.
Ул былтырғы йыл йомғаҡтары тураһында һөйләне, алға яңы бурыстар һәм йөкләмәләр ҡуйҙы. Артабан депутаттар парламентҡа етәкселек һайланы.
Шулай итеп, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе итеп Константин Толкачев һайланды. Уның өс урынбаҫары бар. Йомабикә Ильясова менән Франис Сәйфуллин даими нигеҙҙә эшләйәсәк, ә өсөнсө урынбаҫар Вадим Старов үҙенең төп эшмәкәрлегенән айырылмаясаҡ. Элекке ете комитет урынына артабан һигеҙ буласаҡ. Шулай уҡ уларҙың рәйестәре һәм урынбаҫарҙары һайланды.