Рәсәй өсөн дә ҡулай04.10.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Францияның спорт тауарҙары етештереү һәм һатыу менән шөғөлләнгән “Декатлон” компанияһы етәкселеге менән эшлекле һөйләшеү үткәрҙе.

Париждағы ҙур сауҙа үҙәктәренең береһендә Башҡортостан етәксеһе спорт тауарҙары ассортименты менән танышты. Магазин директоры Винсент Гастин теге йәки был әйберҙе һайлау селтәренең ойошторолоуы хаҡында һөйләне. Рөстәм Хәмитовтың фекеренсә, магазиндағы тауар хаҡы буйынса Рәсәй өсөн дә бик ҡулай.
— Республикабыҙҙа спорт менән шөғөлләнеүселәр байтаҡ, шуға күрә Башҡортостанда ла ошондай магазин асыу бик кәрәкле һәм дөрөҫ аҙым булыр ине, — тине ул.
“Декатлон”дың үҫеш буйынса генераль директоры Филипп Юзан компания, атап әйткәндә, Өфөлә ошондай магазин асыу проекты менән таныштырҙы. Сара барышында Рөстәм Хәмитов, магазиндан тыш, республикала спорт тауарҙары етештереү предприятиеһын төҙөү мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте. Республика Хөкүмәте инвестиция проектын тап Башҡортостанда тормошҡа ашырыу өҫтөнлөгөн раҫлау өсөн “Декатлон”дың Мәскәүҙәге офисында төбәк менән таныштырыу сараһын үткәрәсәк.
— Өфө янында бер нисә ҙур ҡала бар. Уларҙы һатыу баҙары сифатында ҡарарға мөмкин. Логистика күҙлегенән дә Өфө бик уңайлы урынлашҡан, — тине Башҡортостан Президенты.
Ошо уҡ көндә Рөстәм Хәмитов Францияның “Трев Груп” компанияһы етәкселеге менән осрашты. Унда “Искож” йәмғиәтенә инвестиция йәлеп итеү, республика Хөкүмәте тарафынан инвесторға дәүләт ярҙамы күрһәтеү, Башҡортостанда компания производстволарын асыу мөмкинлеге тикшерелде.


Вернуться назад