Хеҙмәттәшлек яйға һалынды04.10.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Парижда Рәсәйҙең Франциялағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Александр Орлов менән осрашты.

Сара барышында Рөстәм Хәмитов Башҡортостан делегацияһының Парижға сәфәре хаҡында һөйләне. Рәсәй илсеһе, Башҡортостан менән Франция араһында ярайһы уҡ әүҙем бәйләнештәр яйға һалынған, делегациялар менән алмашыу даими бара, тип билдәләне.
Александр Орловтың фекеренсә, төбәктәр, шулай уҡ сәнәғәт, фәнни белем биреү кластерҙары кимәлендәге хеҙмәттәшлек иң ҡыҙыҡлы йүнәлештәрҙең береһен тәшкил итә. Осрашыуҙа шулай уҡ республикала вертолеттар эшләүҙе үҫтереү хаҡында һүҙ барҙы. Рәсәйҙең Франциялағы илсеһе төбәктәге туризм мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынды. Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда тау саңғыһы курорттарының йылдам үҫеүе, төрлө кимәлдәге саңғы трассалары һалыу мөмкинлеге хаҡында һөйләне.
— Беҙ инвесторҙар менән тау саңғыһы комплексын төҙөү проекттарын тикшерәбеҙ. Франциялағы партнерҙарҙы уларҙа ҡатнашырға саҡырабыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.
.


Вернуться назад