Ғариза ваҡытында ҡаралырға тейеш25.09.2013
Салауат районында хакимиәт башлығы урынбаҫарына ғаризаны ваҡытында ҡарамағаны өсөн штраф һалынды.
Етешһеҙлекте “Арзан һәм уңайлы торлаҡ” милли проектының тормошҡа ашырылыуын тикшереү барышында прокуратура асыҡлаған. Быйыл майҙа районда йәшәгән ҡатын муниципалитетҡа торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булған йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеү программаһында ҡатнашыусылар иҫәбенә индереүҙе һорап мөрәжәғәт иткән. Ғариза 30 көн эсендә ҡаралырға тейеш булған. Әммә хакимиәт башлығы урынбаҫары мөрәжәғәт итеүсегә бер ниндәй ҙә яуап ҡайтармаған. Етәксегә 5 мең һум күләмендә штраф һалынған, ә ҡатын программала ҡатнашыусылар исемлегенә индерелгән.