Эш башлана ғына әле25.09.2013
Республика парламентының бишенсе саҡырылышына һайланған депутаттар эш башланы тип әйтергә лә була. Тәүге рәсми ултырыш, Президент указына ярашлы, 3 октябргә тәғәйенләнһә лә, кисә улар ойоштороу йыйылышын үткәрҙе.

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев һайланған депутаттарға танытмалар тапшырҙы.
— Депутат булып һайланыуығыҙ менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Бөтәгеҙгә лә емешле эшмәкәрлек теләйем, — тине ул. — Быйыл беренсе тапҡыр һайлау күп партиялыҡ шарттарында үтте, ул еңел булманы. Мандат өсөн дәғүәселәр ҙә күп ине, был еңеүҙе татлыраҡ итәлер. Һайлаусыларығыҙ биргән наказдарҙы тормошҡа ашырырһығыҙ тип ышанам.
Ултырышта Президент Хакимиәте етәксеһе вазифаһын башҡарыусы Фидус Ямалетдинов та ҡатнашты. Ул да, депутаттарҙы ҡотлап, уңышлы эшмәкәрлек теләне.
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың дүртенсе саҡырылыш Рәйесе Константин Толкачев парламентта мандаттар бүлешеү тәртибен аңлатты. Билдәле булыуынса, күпселекте яулаған “Берҙәм Рәсәй” партияһынан — 88, КПРФ-тан — 10, ЛДПР-ҙан өс кеше парламентта урын алды. Шулай уҡ алты үҙ-үҙен күрһәтеүсе һәм өс партия — “Йәшелдәр альянсы — Халыҡ партияһы”, “Социаль теләктәшлек партияһы” һәм “Рәсәй патриоттары”нан берәр кеше үтте.
— Күреүегеҙсә, парламентҡа яңы партиялар, яңы кешеләр килде. Депутаттарҙың өстән ике өлөшө тәүге тапҡыр һайланды. Улар тәжрибәле сәйәсмәндәр менән бергә эшләйәсәк, — тине Константин Толкачев.
Яңы саҡырылышта ҡатын-ҡыҙҙар — 15. Депутаттар араһында мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, спорт, мәҙәниәт, киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре байтаҡ. Шулай уҡ предприятие етәкселәре, эшҡыуарҙар, дәүләт һәм муниципаль власть вәкилдәре бар. 15 кешенең — фән докторы, 19-ының фән кандидаты дәрәжәһе бар.
Парламентта йәштәр ҙә етерлек. Уларҙың береһе — Оксана Савченко. Уға Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үҙенең мандатын биргәйне.
Депутаттарҙы алда ҙур эштәр көтә. 3 октябрҙә үтәсәк ултырышта комитет рәйестәре һәм ағзалар һайланасаҡ.


Вернуться назад