Иленә күрә — түрәһе24.09.2013
Германияла парламент һайлауҙары үтеүе, Төркиәнең Европа Союзына инергә уҡталып та йәнә уңышһыҙлыҡҡа осрауы, Латин Америкаһындағы хәл-ваҡиғалар иғтибарҙы йәлеп итте.
Кисеүҙә ат алмаштырманылар
22 сентябрҙә Германия парламентына һайлау булды. Унда Ангела Меркель етәкселек иткән Христиан-демократик союзы (ХДС) менән Христиан-социаль союзы (ХСС) блогы, һайлаусыларҙың 41 процент тауышын йыйып, еңеп сыҡты. Был инде Меркель ханымға өсөнсө мөҙҙәткә лә власта ҡалыу мөмкинлеген бирә. Ә бына Ирекле демократик партия, 5 процентлы “кәртә”не үтә алмайынса, һуңғы бер нисә йылда тәүге тапҡыр парламенттан төшөп ҡалды. ХДС менән ХСС-тан ҡала Социаль демократтар 26 процент тауыш йыйыуға өлгәште. Һулдар өсөн — 8,5, ә “йәшелдәр”гә 8 процент тауыш биргәндәр.
Башҡа партиялар Бундестагка үтә алманы. Билдәле булыуынса, Германияла туранан-тура һайлау юҡ, шуға ла парламентта күпселекте тәшкил иткән партия ил етәкселегенә үҙ лидерын һайлап ҡуя. Туранан-тура һайлау булған осраҡта ла, моғайын, Ангела Меркель еңеп сығыр ине, сөнки, әлегә уның менән тиңләшерҙәй дәғүәселәр күренмәй. Канцлерҙың власта ҡалыуы Европа Союзы өсөн дә, Рәсәйгә лә бик ҡулай. Германия канцлерының рәсми Брюсселгә йоғонтоһо бик көслө. Илгә ул идара иткән осорҙа Рәсәй менән дә һәйбәт мөнәсәбәт урынлаштырылды.
Владимир Путин Меркель менән һәр саҡ уртаҡ тел табып килде. Европа Союзында Германия Рәсәйҙең үҙенә күрә бер союздашы тип әйтергә була. Төньяҡ Африка илдәрен ялмап алған революциялар осоронда Германия, беҙҙең яҡлы сығыш яһап, илебеҙгә күп йәһәттән теләктәшлек күрһәтте. Шуға ла Рәсәй — Германия мөнәсәбәттәре тотороҡло килеш һаҡлана. Ә бына Ангела Меркелдең Төркиәне тәнҡитләп сығыуы һөҙөмтәһендә был илдең ЕС-ҡа ағза булып ҡабул ителмәүе ихтимал.
Төркиә өсөн юл ябыла
Үткән аҙнала Төркиә Европа Союзына ағза булып инеү юлында йәнә уңышһыҙлыҡҡа осраны. Был хаҡта илдең бәйләнештәр буйынса министры Эгемен Багыш: “Төркиә һис ҡасан ЕС ағзаһы булып китә алмаҫ, ахыры”, — тип асыҡтан-асыҡ белдерҙе. Эйе, быға тиклем ул Берҙәм Европаға ҡушылырға бер нисә тапҡыр уҡталып ҡараған. Мәҫәлән,1952 йылда уҡ НАТО-ға ағза булып ингән, 1959 йылда Европа Иҡтисади Берләшмәһенә (ЕИБ) ҡушылырға теләк белдергән, әммә илдә 1960 йылда хәрби түңкәрелеш булып, быға ҡамасаулыҡ иткән. Тик 1963 йылда ғына ЕИБ төрөк дәүләте менән килешеү төҙөгән. Быға ярашлы Төркиә иҡтисадын реформалау башланып, илгә финанс ярҙам күрһәтелгән. Ошондай уңышлы ғына башланған эш йәнә ҡаршылыҡҡа осрай: 1971, 1980 йылдарҙа Төркиәлә булып үткән хәрби түңкәрелештәр Европаға яҡынайыуға кәртә ҡуя. 1987 йылда Төркиә ЕИБ-ға ағза булып инергә заявка бирә, тик 1989 йылда Еврокомиссия, илдәге сәйәси-иҡтисади тотороҡһоҙлоҡҡа һылтанып, уны ҡарауҙан баш тарта. Ул саҡта Төркиәнең Греция һәм Кипр менән дә мөнәсәбәттәре насар була шул.
Тик ун йылдан һуң ғына, йәғни 1999 йылда, был ил ЕИБ-ға түгел, инде ЕС-ҡа ағза булып кереү өсөн дәғүәселәр исемлегенә индерелә. Әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында процесс һуҙыла килә: йә Кипр “тәгәрмәскә таяҡ тыға”, йә илдәге теге йәки был ваҡиға сәбәпсе була. Ә быйыл июндә Германия канцлеры Ангела Меркель, Төркиәлә барған сыуалыштарға һылтанып, илде Европа Союзына ҡабул итеүҙән баш тартты. Бынан ары Төркиә, моғайын да, был Союзға инергә тиҙ арала ғына уҡталмаҫтыр. Һис юғында власта Рәжәп Эрдоган ултырған саҡта.
АҠШ-ҡа ҡаршы берләшмәкселәр
Америка Ҡушма Штаттары һәм Латин Америкаһының һул позицияла булған илдәре менән мөнәсәбәттәре йәнә киҫкенләшеп китте. Венесуэла президенты Николас Мадуро эш сәфәре менән Ҡытайға осорға йыйынған мәлдә, уның самолеты өсөн АҠШ йоғонтоһо аҫтында булған Пуэрто-Рико өҫтөнән һауа юлын ябалар. Николас Мадуроға маршрутын үҙгәртергә тура килә. Пуэрто-Рико етәкселеге үҙ ҡылығын Венесуэланың документтарҙы дөрөҫ тултырмауына һылтай. Тик был — сәбәп кенә. Ысынында иһә был эш Сноуденға бәйле. Венесуэла был кешене үҙендә һыйындырырға әҙер булыуын бер нисә тапҡыр белдергәйне, әммә Сноуден Рәсәйҙә ҡалыуҙы хуп күрҙе.
Бөгөн Нью-Йоркта Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы Генераль Ассамблеяһының 68-се сессияһы үҙ эшен башлай. Венесуэла делегацияһын, төрлө һылтау табып, ошо форумға индермәҫкә итәләр. Әлегә уларға АҠШ-ҡа инергә виза биреүҙән баш тартҡандар. Быға яуап итеп Венесуэлаға теләктәш булған башҡа Латин Америкаһы илдәре АҠШ агрессияһына ҡаршы бергәләшеп көрәшергә һүҙ ҡуйышты. Венесуэланы әлегә Боливия президенты Эво Моралес, Куба етәксеһе Рауль Кастро, Эквадор лидеры Рафаэль Корреа яҡлап сыҡҡан. Бразилия президенты Дилма Руссефф, Аргентина президенты Фернандес де Киршнер ҙа, уларға теләктәшлек күрһәтеп, АҠШ-ҡа ҡарата кеҫәнән булһа ла йоҙроҡ төйнәй.