Юрист кәңәштәре20.09.2013
Кем эшһеҙ булып иҫәпләнә?
— Эшһеҙ булараҡ хеҙмәт биржаһына иҫәпкә торорға ине. Каталогтар аша косметика әйберҙәре һатыу менән шөғөлләнеүемде иҫәпкә алмағанда, башҡа шөғөлөм юҡ. Һорауым шундай: граждандарҙың ҡайһы категорияһы эшһеҙ тип иҫәпләнә, һәм ниндәй осраҡта биржаға ҡуймаясаҡтар?
Ләлә.
Әбйәлил районы.
— “Халыҡтың мәшғүллеге тураһындағы” Рәсәй Федерацияһы законының 3-сө статьяһына ярашлы эшһеҙ тип:
— хеҙмәткә яраҡлы йәштәге;
— эш урыны һәм хеҙмәт хаҡы булмаған;
— эшкә урынлашыу маҡсатында мәшғүллек хеҙмәтендә теркәлгән;
— эш эҙләүсе һәм эш башларға әҙер кешеләр иҫәпләнә.
Ә хеҙмәт биржаһына эшһеҙ тип иҫәпкә түбәндәге осраҡтарҙа ҡуймаясаҡтар:
1. Әгәр һеҙ эшләһәгеҙ, көндөҙгө бүлектә уҡыһағыҙ йәки армияла хеҙмәт итһәгеҙ.
2. 16 йәшегеҙ тулмаһа йәки пенсионер булһағыҙ.
3. шәхси эшҡыуар тип теркәлгән булһағыҙ.
4. берәй фирманың ойоштороусыһы (ҡатнашыусыһы) булһағыҙ.
5. крәҫтиән (фермер) хужалығы ағзаһы булһағыҙ.
6. суд ҡарары менән холоҡ төҙәтеү эштәренә йәлеп ителһәгеҙ йәки азатлығығыҙ сикләнһә.
7. хеҙмәт биржаһына иҫәпкә тороу өсөн ялған документтар күрһәтһәгеҙ.
Эшһеҙ статусын алыу өсөн мәшғүллек хеҙмәтенә түбәндәге документтар менән мөрәжәғәт итергә кәрәк:
— паспорт;
— белемегеҙ тураһында документ;
— хеҙмәт кенәгәһе;
— һуңғы эш урынығыҙҙан һуңғы өс ай өсөн уртаса эш хаҡы тураһында белешмә;
— ғариза.
Теркәү барлыҡ документтарығыҙҙы тапшырғандан һуң бер көн эсендә башҡарылырға тейеш.
Әгәр һеҙ юғарыла әйтелгән төркөмдөң береһенә лә ҡарамайһығыҙ икән, хеҙмәт биржаһына ҡуймауҙары законға ярашлы түгел. Иҫәпкә ҡуйыуҙы талап итә алаһығыҙ.