Өфө менән Бишкәк — туғандаштар14.09.2013
Республикабыҙ делегацияһының Ҡырғыҙстанға сәфәре барышында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов һәм делегация ағзалары күптән түгел үҙенең 25 йыллығын билдәләгән “Туған тел” башҡорт-татар мәҙәни үҙәгендә булды.
Ҡырғыҙстанда йәшәгән ватандаштарыбыҙ менән осрашыуҙа Салауат Сәғитов төбәктәге башҡорт диаспораһына ярҙам күрһәтеү мөмкинлектәрен тикшерҙе. Унда ҡатнашыусыларҙың фекеренсә, Башҡортостандағы юғары уҡыу йорттарына ингән Ҡырғыҙстан абитуриенттары өсөн квота биреү тәжрибәһен дауам итергә кәрәк.
***
Кисә Бишкәктә Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһындағы Йәштәр советының VI ултырышы үтте. Башҡортостандан форумда Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Урал Килсенбаев ҡатнашты.
Йәнле фекер алышыуҙа йәш эшҡыуарҙар араһында бәйләнештәрҙе яйға һалыу мәсьәләһе тикшерелде. Сарала ҡатнашыусылар форумды мөнәсәбәттәрҙең өр-яңы, юғарыраҡ кимәленә күсеү тип атаны, сөнки әлегә тиклем килешеүҙәр төҙөлгәне булманы. Киләсәктә Рәсәйҙә “Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының студент яҙы”н, аш-һыу бәйгеләрен, инновациялар, эшҡыуарҙар форумын, үҫмерҙәр араһында Шаяндар һәм тапҡырҙар клубы уйындарын, “Күршеләр” халыҡ-ара лагерын ойоштороу күҙаллана.
Урал Килсенбаев Бишкәк ҡалаһы Кәңәше етәксеһенә Өфө ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялаловтан ике республиканың баш ҡалаларын туғандаш итеү тәҡдимен белдергән рәсми хат тапшырҙы.