“Халыҡ беҙгә ышана”14.09.2013
“Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһенең конференцияһы булды. Унда һайлауға йомғаҡ яһалды, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе кандидатураһы һайланды, партияның сәйәси советы яңыртылды. Конференция эшендә Президент Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
— Сираттағы сәйәси имтиханды “Берҙәм Рәсәй” уңышлы тапшырҙы. Беҙ тауыш биреүселәрҙең 76 процентының ышанысын яуланыҡ, — тине Рөстәм Зәки улы. — Дөйөм алғанда, “Берҙәм Рәсәй” республика парламентында 88 мандатҡа эйә булды. Был — депутат урындарының 80 проценты. Һеҙҙе еңеү менән ҡотлайым!
Президент белдереүенсә, партия һәр ваҡыттағыса үҙенә алдынғы ҡарашлы кешеләрҙе — ижади һәм ғилми интеллигенцияны, эшҡыуарҙарҙы, ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәрен һәм эшселәрҙе, уҡытыусыларҙы һәм табиптарҙы, ветерандар һәм йәштәрҙе тупланы.
— Быйылғы һайлау алды кампанияһы яңыса ойошторолдо. Тауыш биреүселәр менән меңәрләгән осрашыуҙар үткәрелде. Халыҡ үҙ кандидаттарын күрҙе, аралашты, проблемаларын һөйләп бирҙе. Агитация осоронда дөрөҫ йүнәлеш ҡулланылды. Һайлау программаһы ла бик уңышлы ине. Ошоларҙың барыһы һәм, иң мөһиме, халыҡтың ышанысы беҙҙе еңеүгә килтерҙе, — тине Рөстәм Хәмитов.
Шул уҡ ваҡытта Президент партия ағзаларына һәм яңы депутаттарға киләсәктә әүҙем һәм көсөргәнешле эшләргә кәрәк тигән бурыс ҡуйҙы.
— Өҫтөнлөклө бурыстар — мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт тармаҡтарын үҫтереү. Иҡтисад, инвестициялар йәлеп итеү, уларҙың әһәмиәтен һәм файҙаһын халыҡҡа дөрөҫ аңлатыу шулай уҡ мөһим, — тине Президент.
Артабан партия ағзалары Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйеслегенә кандидат һайланы. Тауыштарҙың күпселеге менән Константин Толкачев еңеп сыҡты. Шулай уҡ партияның сәйәси советының ҡайһы бер ағзалары яңыртылды.