Әле республика мәктәптәрендә урыҫ милләтенән булмаған балаларҙың 71,5 проценты туған телен өйрәнә. Бындай күрһәткес Рәсәйҙең башҡа бер төбәгендә лә юҡ.
Башҡорт телен иһә, дәүләт теле булараҡ, 87 процент тирәһе бала үҙләштерә. Ыңғай һөҙөмтәләр менән бер рәттән проблемалар ҙа юҡ түгел. Заман туған телдәрҙе уҡытыу алымдарын үҙгәртеүҙе талап итә. Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов рәйеслегендә үткән “Башҡортостан телдәре тураһында” Законды тормошҡа ашырыу буйынса комиссия ултырышында тап ошо мәсьәләләр тикшерелде.
— Республикала быйыл телдәрҙе үҫтереүгә 6,5 миллион һум аҡса бүленгән, — тине Салауат Тәлғәт улы. — Президентыбыҙ Рөстәм Хәмитов туған телдәрҙе уҡытыуҙың сифатын күтәреү, балаларға аңлайышлы, ҡыҙыҡлы булған дәреслектәр сығарыу хаҡында даими әйтә килә. Алдыбыҙҙа торған бурысты атҡарып сығыуға бар көсөбөҙҙө һалырға тейешбеҙ.
Республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов, “Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү” программаһы үтәлешенең йыллыҡ йомғағы хаҡында сығыш яһап, уҡытыу алымдарын яңыртыу өсөн тәү сиратта уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу мөһимлеген билдәләне.
— Төбәк халҡының телде төрлө кимәлдә белеүенә ярашлы, башҡорт теле буйынса өс төрлө дәреслек әҙерләп сығарылды, — тине ул. — Шулай уҡ татар мәктәптәре өсөн татар теле әсбаптары, сыуаш һәм мари әлифбалары донъя күрҙе. Был дәреслектәрҙе методик пособие, эш дәфтәрҙәре, электрон китаптар менән тулыландырыу буйынса ныҡлы эш бара. Әле башҡорт мәктәптәре өсөн туған тел һәм әҙәбиәт дәреслегенең компьютер варианты эшләнде. Дәүләт теле булған башҡорт теленең электрон әсбабын әҙерләү эше тамамланыуға табан бара.
Әммә, министр әйтеүенсә, яңы белем биреү стандарттары туған телдәрҙе сифатлы уҡытыуҙа күп ҡаршылыҡ тыуҙыра. Шуға ла, эште ике яҡтың талаптарына яуап бирерлек итеп башҡарыу ниәтендә, ваҡытлы фәнни-тикшеренеү коллективын булдырыу хаҡында бойороҡ әҙерләйҙәр.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты проректоры Рәйсә Хәйруллина уҡыу йортонда быйыл сентябрҙә асылған Этно-мәҙәни белем биреү институты эшмәкәрлеге тураһында бәйән итте, заманса методик алымдар булдырыуға йәш филологтарҙы йәлеп итеү кәрәклеген әйтте.
Премьер-министр урынбаҫары, телдәрҙе үҫтереүҙең уртаҡ бурысыбыҙ икәнлеген билдәләп, был юҫыҡта берҙәм эшләү мөһимлеген билдәләне.
Д. ИШМОРАТОВА.