Юрист кәңәштәре13.09.2013
Төрмәләге ир алимент түләмәй
— Дүрт йыл элек ғаиләбеҙ тарҡалды. Өс балабыҙ бар, тик аталары алимент түләмәй. Хәҙер уны өс йыл ярымға төрмәгә яптылар, ҡайҙалыр Стәрлетамаҡ тирәһендә ултыра. Айырылышыу менән алимент юллап ғариза биргәйнем, ошоғаса бер тин аҡсаһын алғаныбыҙ юҡ. Имеш, тәүҙә эшләмәй ине, хәҙер — төрмәлә. Суд приставтарына мөрәжәғәт иткәйнем, улар элекке иремдән бер ниндәй ҙә яуап юҡ ти ҙә ҡуя. Төрмәлә ултырған кеше алимент түләргә тейешме? Улар бит, белеүемсә, эшләй һәм хеҙмәт хаҡы ала. Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә икән?
Динара.
Благовар районы.
— Һорауығыҙҙан аңлашылыуынса, һеҙ элекке ирегеҙҙе судҡа биргәнһегеҙ, башҡарыу ҡағыҙы алғанһығыҙ һәм суд приставтарына мөрәжәғәт иткәнһегеҙ. Ләкин проблема шунда: күпселек кеше уйлағанса, төрмәлә ултырған кеше мотлаҡ ниндәйҙер эш менән шөғөлләнмәй һәм хеҙмәт хаҡы ла алмай. Бөгөн иркенән мәхрүм ителгәндәрҙең әҙ генә өлөшө мәшғүл, һәм улар ниндәй ҙә булһа килем ала.
Әгәр элекке ирегеҙ ысынлап та төрмәлә ултырған сағында ниндәйҙер килем алған икән, уны юллау тәртибе түбәндәгесә. Суд приставы ирегеҙҙең ысынлап та иркенән мәхрүм ителгәнлеген асыҡлай һәм холоҡ төҙәтеү учреждениеһының бухгалтерияһына алимент түләүҙе талап итеп документ ебәрә. Унда алиментҡа күпме аҡса тотолорға тейешлеге һәм түләү тәртибе күрһәтелергә тейеш. Рәсәйҙең Енәйәт-башҡарыу кодексындағы 107-се статьяға ярашлы, алимент хөкөм ителгәндәрҙең барлыҡ эш хаҡынан һәм башҡа килемдәренән тотола. Алимент алыусы иҫәбенә аҡсаның күсеүе тураһында почта аша белдереү ала.
Иркенән мәхрүм ителгән кеше төрмәлә эшләмәй икән, был уны бурысынан азат итмәй. Иреккә сығыу менән уның документтары яңынан суд приставтарына ебәрелә. Рәсәй Ғаилә кодексының 113-сө статьяһына ярашлы, иркенән мәхрүм ителгән кеше төрмәлә ултырған саҡта уның балалар өсөн алименты күләме төбәктәге уртаса эш хаҡы кимәле буйынса иҫәпләнә.