Ғүмерҙәр өсөн көрәш13.09.2013
Хөкүмәт Президиумы ултырышында хеҙмәткә яраҡлы граждандарҙың үлем осрағын кәметеү мәсьәләһе лә ҡаралды.
— Был медицинанан ғына тормай. Дәүләт власы, урындағы үҙидара органдарының, йәмәғәт ойошмаларының, белгестәрҙең, киң мәғлүмәт сараларының дөйөм эше ул. Кеше үҙенең һаулығын аңлы рәүештә ҡайғыртырға тейеш, — тине Рөстәм Хәмитов.
Һуңғы ваҡытта демография күрһәткестәре лә хөртәйә башланы.
— Йыл башынан тыуым биш процентҡа кәмене, ә үлем ике процентҡа артты. Тәбиғи артым ике тапҡырға тиерлек төштө. Ә бит һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә бик ҙур сумма һалына: матди базаны нығытабыҙ, заманса ҡорамалдар менән тәьмин итәбеҙ, ауылға табиптар ҡайтарабыҙ. Ә һөҙөмтә юҡ! — тине Президент.
Һигеҙ ай эсендә ҡан әйләнеше системаһы сирҙәренән — 12, миокард инфарктынан — 50, мейеләге ҡан тамырҙары зарарланыу сәбәпле 15 процентҡа күберәк үлгәндәр. Бынан тыш, ватандаштарыбыҙҙы эскелек, наркомания, авариялар, эш урынында ҡазаланыу, юл-транспорт фажиғәләре, суицид сәбәпле лә күпләп юғалтабыҙ. Йыл һайын эшкә һәләтле 16 мең граждан! Әйткәндәй, ирҙәр ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда күберәк үлә.
Республиканың кардиология үҙәге баш табибы Ирина Николаева социаль мөһим сирҙәрҙән үлем осраҡтарын кәметеү өсөн Республиканың модулле программаһы проектын тәҡдим итте. Ул кеше һаулығын бөтә ғүмере дауамында һаҡларға тейеш. Программа буйынса халыҡты дүрт модулгә бүләләр: мәктәпкәсә йәш, мәктәп йәше, хеҙмәткә яраҡлылыҡ һәм пенсия осоро. Программа тәү сиратта уҡыусылар мөхитенә индереләсәк. Уны тормошҡа ашырыу өсөн 10 миллион һум самаһы аҡса талап ителә.
— Бының ише программаларҙы ҡабул итергә кәрәк тип иҫәпләйем. Әлегеһенә мөмкин тиклем күберәк кешене йәлеп итеү мөһим, — тине Рөстәм Хәмитов.


Вернуться назад