“Халыҡ күҙәтеүе” — уңышлы алым13.09.2013
“Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе тарафынан ойошторолған “Халыҡ күҙәтеүе” конкурсына ошо көндәрҙә йомғаҡ яһалды. Был юлы ла, иң күп тауыш йыйып, Максим Аҡбашев еңеп сыҡты. Уға аҡсалата бүләк һәм диплом тапшырылды.
Интернеттағы бәйге артабан да дауам итә. Унда ҡатнашыу өсөн юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын видеоға төшөрөп, партияның сайтына ебәрергә кәрәк. Иң күп тауыш йыйғандар ай һайын билдәләнәсәк. Конкурсты ойоштороусылар ошо рәүешле юлдағы тәртипһеҙлектәргә ҡаршы көрәшә. Видеола теркәлгән хоҡуҡ боҙоуҙар һуңынан ентекләп тикшерелә, ғәйеплеләр иһә полиция тарафынан яуапҡа тарттырыласаҡ.