Тәжрибәбеҙ етерлек13.09.2013
Республика делегацияһы Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы Эшлекле советының Бишкәктә үткән ултырышында ҡатнашты. Сараға ошо берләшмәгә ингән илдәрҙең эшлекле даирәләре вәкилдәре, рәсми кешеләр, Сауҙа-сәнәғәт палатаһы етәкселәре килгәйне. Уларҙы Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының генераль секретары Дмитрий Мезенцев, Ҡырғыҙстандың беренсе вице-премьеры Джоомарт Оторбаев, Эшлекле совет рәйесе Марат Шаршекеев сәләмләне.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов пленар ултырышта республикабыҙ менән таныштырып сығыш яһаны. Ул ШОС илдәре менән берлектә тормошҡа ашырылған бер нисә иҡтисади проектты билдәләне һәм киләсәктә уларҙың тағы ла артырына өмөт белдерҙе.
Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты урынбаҫары Азат Фазлыев иһә республикалағы эшҡыуарлыҡ ойошмаларының ШОС буйынса партнерҙар менән хеҙмәттәшлекте киңәйтеүҙә ҡатнашыуы, 2015 йылда Өфөлә уҙғарыласаҡ сараларға әҙерлек хаҡында һөйләне.
Эшлекле форумдың секция ултырыштарында ла төбәктең берлектәге проекттарҙы тормошҡа ашырыу тәжрибәһе менән таныштырҙылар.


Вернуться назад