Рәхмәт белдерҙеләр13.09.2013
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов исеменә Рәсәйҙең хеҙмәт һәм социаль яҡлау министры Максим Топилиндан рәхмәт хаты килде.
Унда 3-4 сентябрҙә Өфөлә Европа социаль хартияһы буйынса төбәк семинары ойоштороуҙа ярҙам күрһәткән өсөн рәхмәт белдерелә. “Семинарҙың Өфөлә үткәрелеүе һөҙөмтәһендә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла, айырыуса сит ил эксперттары, һеҙҙең төбәктә халыҡты социаль яҡлау, ошо өлкәләге сәйәсәтте артабан камиллаштырыу йәһәтенән башҡарылған ҙур эште күрҙе”, — тиелә хатта.
Максим Топилин шулай уҡ Башҡортостан Хөкүмәтенә, республиканың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығына семинарҙың уңышлы эшләгәне өсөн рәхмәт еткерә.


Вернуться назад