Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Эксперт» журналындағы интервьюһында билдәләүенсә, төбәктә алып барылған асыҡлыҡ сәйәсәте республикалағы тормошто нисек бар, шулай күрергә, ҡарарҙар ҡабул иткәндә төрлө кешеләрҙең мәнфәғәттәрен күҙ уңында тоторға мөмкинлек бирә.
Республика башлығы Башҡортостандың Рәсәй иҡтисадын тотоп тороусы төбәктәрҙең береһе булыуын, әммә беҙҙә тормош сифатының тейешле кимәлгә етмәүен билдәләй. Президенттың фекеренсә, бының өсөн өҫтәмә һалым керемдәре кәрәк. Тимәк, яңы етештереү объекттары асыу, иҡтисадты яңыртыу, нефткә бәйлелекте кәметеү, инвесторҙарҙы арттырыу талап ителә.
“Бөгөн дөйөм күләме 300 миллиард һумдан күберәк тәшкил иткән ҡырҡлап ҙур инвестиция проекты ҡарала, – ти Рөстәм Зәки улы. – Был эштә власть та, эшҡыуарҙар ҙа әүҙем ҡатнашырға тейеш”.
Республикаға инвестициялар артыуына төбәктәге норматив-хоҡуҡи база киң мөмкинлектәр бирә, тип билдәләй Президент. Ул федераль ҡануниәтте лә камиллаштырыу хаҡында фекерен белдерә. «Башҡортостандан Рәсәй ҡаҙнаһына финанс ағымы республикаға федераль программаларға ярашлы йәлеп ителгән аҡсанан күберәк. Сығымдарҙы Үҙәктән һәр саҡ тартҡылашып алырға тура килә. Вәкәләттәрҙе яңынан ҡарау мөһим, – ти Рөстәм Хәмитов. – Ер мәсьәләһендә лә ҡатмарлылыҡтар күп. Мәҫәлән, урманлы ерҙә туризмды үҫтереү өсөн ошо биләмәләргә федераль органдарҙан рөхсәт һорарға кәрәк. Быға айҙар, йылдар үтә, һөҙөмтәлә, ваҡытты сарыф итеүҙән тыш, инвесторҙы ла юғалтыуыбыҙ ихтимал».
М. ДАЯНОВ.