Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Бойондороҡһоҙлоҡ бойомға ашырылырмы?
Көньяҡ Осетия менән Абхазияның үҙаллылыҡ алыуға биш йыл тулыуын билдәләүе, ҡурдтарҙың да үҙаллылыҡҡа ынтылыуы — иғтибар үҙәгендә.

Беренсе биш йыллыҡ


2008 йылдағы һуғыштан һуң Рәсәй элек Грузия составында булған Көньяҡ Осетия менән Абхазияны үҙаллы илдәр булараҡ таныуын белдергәйне. Бөгөн Абхазияла хәл сетерекле килеш ҡалһа ла, Көньяҡ Осетия үҙ суверенитетын нығыта бара. Уны Рәсәйҙән тыш Венесуэла, Никарагуа, Вануату, Науру, Тувалу кеүек дәүләттәр ҙә үҙаллы ил булараҡ таныуын белдерҙе. Оҙаҡламай был исемлек тағы ла оҙонаясаҡ: бойондороҡһоҙлоҡто Белоруссия ла таныр тип көтөлә. Көньяҡ Осетия президенты Леонид Тибилов үҙаллылыҡ алыуҙың биш йыллығын билдәләгәндә ошо хаҡта белдерҙе.
24 — 26 августа уларҙың бәләкәй юбилейы киң билдәләнде, ошо уңайҙан төрлө байрам саралары, ғилми-ғәмәли конференциялар ойошторолдо. Тик һуғыш эҙемтәләренән миктәгән халыҡта күңел асыу ҡайғыһы юҡ. Ил иҡтисады ныҡ аҡһай, эшһеҙлек хөкөм һөрә. Илдең социаль-иҡтисади күрһәткестәре бик түбән. Емереклектәрҙе тергеҙеүгә, төҙөлөш эштәре алып барыуға Рәсәй аҡсалата ярҙам күрһәтә, әммә был ғына аҙ. Абхазия менән дә ошондай уҡ хәл. Мәҫәлән, ике йыл һуҙымында был илде тергеҙеү өсөн Рәсәй Хөкүмәте 16 миллиард һум йүнәлткәйне, быйыл яҙ илебеҙҙең Иҫәп палатаһы тикшереү уҙғарып, был аҡсаның яртыһы ғына маҡсатлы файҙаланылыуын асыҡланы. Абхазия оппозицияһы белдереүенсә, илебеҙ бүлгән аҡсаларҙың юғалыуы коррупцияның ныҡ үҫеүенә бәйле. Ошондай шарттарҙа был ике илгә ярҙам итергәме-итмәҫкәме тигән һорау тыуа. Әлбиттә, Рәсәй, уларҙың үҙаллылығын танығас, ярҙам итергә бурыслы. Ярҙам булмаһа, күрше илдәр тарафынан йәнә баҫылып ҡаласаҡтар.
Грузияның премьер-министры Бидзина Иванишвили уларҙы көс ҡулланып баҫып алыу яғында түгел. “Беҙ Көньяҡ Осетия менән Абхазия халҡына Грузияһыҙ йәшәүҙең ни тиклем ауыр икәнлеген аңғартырға, быны тормошта иҫбат итергә тейешбеҙ. Шул сағында улар беҙҙең менән ҡушылыр тип ышанам”, — ти премьер-министр. Ә президенттары Михаил Саакашвили был илдәр халҡын ҡамсылап тотоу яғында. Ошондай шарттарҙа рәсми Мәскәү өсөн Сухуми менән дә, Цхинвал менән дә һәйбәт дипломатик мөнәсәбәттәрҙе юғалтмау мөһимерәк. Октябрҙә Михаил Саакашвили властан китә, шул сағында Грузияның был илдәргә ҡарата алып барған сәйәсәте лә икенсе йүнәлеш алыр тип көтөлә. Тик яңы етәкселектең илдәрҙе тыныс юл менән ҡайтарып алырға ынтылыуы килеп сығырмы? Әйтеүе ауыр. Үҙаллы ил булараҡ үҫешеп китерҙәре лә икеле. Абхазиянан айырмалы, Көньяҡ Осетияның мөмкинлектәре киңерәк. Ә Абхазияға, референдум уҙғарып, айырым статуслы республика сифатында Рәсәй составына ҡушылыу күпкә отошлораҡ булыр ине кеүек. 240 мең самаһы ғына кеше йәшәгән был кескәй илдең үҙаллы үҫешә алыры шик тыуҙыра.

Ҡурдстан исемле ил булырмы?


Ә бына һан яғынан күпкә ишлерәк халыҡтың – ҡурдтарҙың — бойондороҡһоҙлоҡҡа ынтылышында әүҙемлек күренә башланы. Эйе, шаҡтай күп булып та, һаман үҙ илдәрен төҙөмәгән берҙән-бер халыҡ улар. Донъяла ҡурд халҡы 40 миллион самаһы иҫәпләнә. Күмәк тупланып йәшәгән урындары дүрт илгә — Төркиә (17-18 миллион), Иран (7-8 миллион), Ираҡ (6,5 миллион) һәм Сүриәгә (2 миллион) — тура килә. Германияла ла 800 мең самаһы ҡурд иҫәпләнә. Шулай уҡ улар Израиль, Афғанстан, Ливан, Азербайжан, Төркмәнстан, Грузия һәм Рәсәйҙә (23 мең) йәшәй. Быға тиклем ҡурдтар бойондороҡһоҙлоҡ яуларға, үҙ илдәрен булдырырға ынтылып ҡараны, әммә Төркиә, Иран, Ираҡ, Сүриә етәкселәре быға һәр саҡ ҡаршы төшә килде. Әле иһә һис ҡасан булмағанса быға өлгәшергә мөмкинлектәре асыла.
15 сентябрҙә Ираҡтағы Ҡурдстандың Эрбиле ҡалаһында ҡурдтарҙың тарихта тәүге дөйөм милли конференцияһы асыла. Көн тәртибендә бер мәсьәлә – бойондороҡһоҙ Ҡурдстан төҙөү. Өс көнгә һуҙылған сара төрлө тарафтарға һибелеп йәшәгән ҡурдтарҙы бер урынға туплауҙа мөһим аҙым булыр тип көтөлә. Төркиә етәкселеге быға тиклем уларҙың берләшеүенә һәр саҡ ҡаршы төшөп килде. Унда бына өс тиҫтә йыл самаһы инде ҡурдтарҙың Эшсе партияһы үҙаллылыҡ өсөн ҡанлы көрәш алып бара, тик гел уңышһыҙлыҡҡа осрай. Һуңғы бер нисә йылда улар бергә тупланып, көсәйә башланы. 2009 йылдан башлап Төркиә телевидениеһында ҡурд телендә тапшырыуҙар алып барыла, гәзит-журнал баҫыла башланы. Былар үҙ сиратында ҡурдтарҙың милли үҙаңына йоғонто яһамай ҡалманы, әлбиттә. Ираҡ ҡурдтары ла көсәйә бара. Саддам Хөсәйен режимы ҡолатылғандан һуң был милләт вәкилдәренә үҙбилдәләнеш алыу йәһәтенән яңы мөмкинлектәр асылды. Хәҙер Ираҡ ҡурдтары Багдадҡа буйһонмай тиерлек, үҙҙәре автономия статусына эйә. Улар илдәге бай нефть ятҡылыҡтарын контролдә тота, үҙ ҡораллы көстәре бар. Иран ҡурдтары әлегә ил етәкселегенән үҙаллылыҡ дауламаһа ла, мөмкинлек сыға ҡалһа, бынан баш тартмаясаҡ.
Сүриә ҡурдтары иһә ирекһеҙҙән ҡанлы бәрелешкә инеп, “Әл-Ҡаһиҙә” боевиктары менән буталды. Хәҙер үҙҙәре лә хәлде аңлап ҡалып, радикаль төркөмдәргә ҡаршы тора, күп осраҡта алтын урталыҡты һаҡлап ҡалырға тырыша, йәғни Бәшәр Әсәд режимын да яҡламай, оппозицияға ла ҡушылмай. Сүриә ҡурдтары Рәсәй һәм АҠШ етәкселегенән дә хуплау тапты. Беҙҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров белдереүенсә, Сүриә конфликтын көйләү буйынса ойошторолған “Женева-2” конференцияһында ҡурдтарҙың үҙаллы делегация булараҡ ҡатнашыуы хәлде көйләүгә нығыраҡ булышлыҡ итәсәк. Ғәжәп, Сүриә ҡурдтарының бындай баш-баштаҡлығы рәсми Анкара (Төркиә) тарафынан да тәнҡитләнмәне. Шулай булғас, улар ҙа ҡурдтарҙың бындай аҙымына риза тигән һүҙ. Хәҙер иһә барыһы ла түҙемһеҙлек менән 15 сентябрҙе көтә. Ҡурд халҡы үҙаллы, бойондороҡһоҙ дәүләт төҙөй алырмы — ваҡыт күрһәтер.


Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә