Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Мәсьәләләр һөҙөмтәлерәк хәл ителһен
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡабул иткән һәм Башҡортостан Президенты ҡул ҡуйған ҡайһы бер республика закондары рәсми баҫылып сыҡты.

l 2013 йылдың 28 июнендәге “Башҡортостан Республикаһы территорияһында урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙа дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлауҙы ойоштороу тураһында”ғы 694-се Башҡортостан Республикаһы Законы 271-се Федераль законды тормошҡа ашырыу маҡсатында ҡабул ителде.
Закон күп фатирлы йорттарҙа дөйөм мөлкәтте капиталь төҙөкләндереүгә бәйле мөнәсәбәттәрҙе көйләй, ошо эшкә тәғәйенләнгән аҡсаны туплау, иҫәпләү һәм маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу системаһына аныҡлыҡ индерә, был өлкәләге республика программаһын әҙерләү һәм раҫлау тәртибен билдәләй.
Ҡануниәт күп фатирлы йорттарҙа айлыҡ түләү иҫәбенә дөйөм мөлкәтте капиталь төҙөкләндереү өсөн аҡса тупламына идара итеүҙең үҙәкләштерелгән системаһын (иғәнәнең минималь күләмен Башҡортостан Хөкүмәте билдәләй), шулай уҡ идарасы ойошмалар, торлаҡ милекселәре ширҡәттәре тарафынан асылған айырым банк иҫәптәрендәге аҡсаны файҙаланыуҙың үҙәкләштерелмәгән системаһын төҙөүҙе күҙаллай.
Фатир хужалары капиталь ремонтҡа түләгән иғәнәләре, махсус иҫәптәге аҡсаны тотонған өсөн проценттар, шулай уҡ Рәсәйҙең Торлаҡ кодексы менән ҡаралған башҡа сығанаҡтар күп фатирлы йорттағы дөйөм мөлкәтте капиталь төҙөкләндереү фондын тәшкил итә.
Үҙәкләштерелгән система Башҡортостан Хөкүмәте тарафынан төҙөлгән коммерцияға ҡарамаған махсус ойошма иҫәбендәге капиталь төҙөкләндереү фондын көйләргә, ошо аҡсаға идара итергә тейеш. Был система бер йорттоң тупланған аҡсаһын кире ҡайтарыла торған, нигеҙҙә, икенсе йортто төҙөкләндереүгә тотоноу мөмкинлеген үҙ эсенә ала.
Үҙәкләштерелмәгән система күп фатирлы йорттоң махсус иҫәптәге капиталь төҙөкләндереү фондын көйләй. Шул уҡ ваҡытта ошо йорттағы фатир хужалары үҙҙәре теләгән ваҡытта фондты ойоштороу алымын үҙгәртә ала.
Закон менән Башҡортостан Хөкүмәтенең был өлкәләге вәкәләттәре билдәләнә. Ундайҙарға капиталь ремонтҡа иғәнәнең минималь күләмен, фондты файҙаланыуға контроль, подряд ойошмаларын йәлеп итеү тәртибен, хеҙмәттәрҙең хаҡын билдәләү һәм башҡалар инә.

l “Башҡортостан Республикаһында театрҙар һәм театр эшмәкәрлеге тураһында”ғы 695-се республика Законы граждандарҙың мәҙәниәт учреждениеларынан, мәҙәни ҡиммәттәрҙән, атап әйткәндә, театр сәнғәте әҫәрҙәренән файҙаланыу хоҡуғын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә.
Закон Башҡортостандағы театрҙар реестрын ғәмәлгә индереүҙе күҙ уңында тота. Был театрҙарҙың иҫәбен алып барыу, уларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү, халыҡҡа һәм ойошмаларға театр хеҙмәте күрһәтеүҙе көйләү, контроллек итеү мөмкинлеген бирәсәк.

l 2013 йылдың 1 июлендәге “Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында”ғы 696-сы Башҡортостан Законы быйыл 1 сентябрҙән ғәмәлгә инәсәк 273-сө Федераль законды тормошҡа ашырыу маҡсатында ҡабул ителде. Федераль закон Рәсәйҙә мәғариф өлкәһендәге хоҡуҡи көйләү нигеҙҙәрен нығыта, мәктәпкәсә, дөйөм, урта һөнәри, юғары белем биреү системаларындағы мөнәсәбәттәрҙе билдәләгән айырым, шулай уҡ дөйөм положениеларҙы үҙ эсенә ала.
Башҡортостан Республикаһында мәғариф өлкәһендәге айырым мөнәсәбәттәр закондың айырым көйләү предметын тәшкил итә. Ул республикалағы дәүләт власы органдарының мәғариф өлкәһендәге вәкәләттәрен, Рәсәй Федерацияһы тарафынан тапшырылған вәкәләттәрҙе аныҡлай, белем биреү өлкәһендә дәүләт (муниципаль) хеҙмәт күрһәтеүгә ҡаралған норматив сығымдар иҫәбенә педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәтенә түләүгә сығымдарҙы индереүҙе лә күҙаллай.
“Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Федераль закондың 8-се статьяһындағы 1-се өлөшө 3-сө пунктына ярашлы билдәләнгән нормативтарға индерелгән педагогик хеҙмәткәрҙәрҙең хеҙмәтенә түләүгә сығымдар республика буйынса уртаса эш хаҡы кимәленән түбән була алмай.
Закон менән Башҡортостан Хөкүмәте билдәләгән нормативтарға ярашлы, муниципаль мәктәпкәсә мәғариф ойошмаларында урындағы бюджеттарға субвенциялар биреү юлы менән граждандарҙың бушлай мәктәпкәсә дөйөм белем алыуына дәүләт гарантияларын тәьмин итеү Башҡортостандағы дәүләт власы органдарының мәғариф өлкәһендәге вәкәләттәренә индерелә. Документ педагогик хеҙмәткәрҙәргә социаль ярҙам сараларына, мәктәпкәсә мәғариф учреждениеларында баланы ҡараған өсөн ата-әсәнән хаҡ түләтеүгә, мәғариф системаһындағы мониторингка, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәт күрһәтеүҙе финанс яҡтан тәьмин итеүгә ҡағылған мәсьәләләрҙе көйләй.
Яңы Закон, 4-се статьяһының 1-се өлөшөндәге 3-сө һәм 6-сы пункттарынан тыш, быйыл 1 сентябрҙән ғәмәлгә инә.

l “Башҡортостан Республикаһында ер мөнәсәбәттәрен көйләү тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы 697-се республика Законы ҡулланыу практикаһы нигеҙендә 10-сы статьяның 1.1 һәм 1.2-се өлөштәре менән билдәләнгән нормаларҙы аныҡлай. 10-сы статьяның 1.1-се өлөшөнә индерелгән үҙгәрештәр республикалағы дәүләт унитар предприятиелары тарафынан ойошторолған коммерцияға ҡарамаған социаль йүнәлешле учреждениеларға торлаҡ төҙөү өсөн бүленгән ерҙе файҙаланыу мөмкинлеген киңәйтә. Был шулай уҡ дәүләт йөкләмәләрен үтәү өсөн дәүләт (муниципаль) торлаҡ фондын төҙөүгә булышлыҡ итәсәк.
Закондың 10-сы статьяһындағы 1.2-се өлөшө Башҡортостандағы проблемалы объекттарҙың йыйылма исемлегенә индерелгән күп фатирлы йорттарҙы һалыу буйынса йөкләмәләрҙе үтәү шарты менән төҙөүселәргә ер участкалары биреүҙе күҙаллай, уларҙы алырға хоҡуҡлы кешеләр категорияһын билдәләй. Ошоға бәйле Закон яңы положение менән тулыландырыла. Уға ярашлы, проблемалы объектты төҙөп бөткән ойошма, билдәле бер хаҡ түләтеп, төҙөлөшкә сығымдарын һәм бушлай ер алыу хоҡуғын башҡа ойошмаға тапшыра ала. Бүленгән участканың хаҡы проблемалы объектты төҙөүгә йүнәлтелгән сығым күләменә тиң булырға тейеш.

l “Башҡортостан Республикаһында урындағы үҙидара тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 6-сы статьяһына үҙгәрештәр индерелде. Яңылыҡтар 131-се Федераль закондың 10-сы статьяһы положениеларына бәйле. Уларға ярашлы, Рәсәй төбәктәре араһындағы сик күсерелгән осраҡта муниципаль берәмектәрҙе үҙгәртеп ойоштороу, бөтөрөү, сиген үҙгәртеү субъект ҡануниәте менән билдәләнгән тәртиптә тормошҡа ашырылырға тейеш.
“Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 13-сө статьяһына һәм “Башҡортостан Республикаһында Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил тураһында”ғы Башҡортостан Республикаһы Законының 12-се статьяһына үҙгәрештәр индереү хаҡында”ғы 699-сы республика Законы 2012 йылдың 30 декабрендәге “Рәсәй Федерацияһының Енәйәт-хөкөм башҡарыу кодексына үҙгәрештәр индереү тураһында”ғы 304-се Федераль законға бәйле ҡабул ителде.
Атап әйткәндә, Федераль закон менән хөкөм ителгәндәргә Рәсәй төбәгендәге Кеше хоҡуҡтары һәм Бала хоҡуҡтары буйынса вәкилдәргә тәҡдим, ғариза һәм ялыу менән мөрәжәғәт итеү хоҡуғы бирелә, Енәйәт-хөкөм башҡарыу кодексы менән билдәләнгән талаптарҙы иҫәпкә алып, ошондай мөрәжәғәттәрҙе ебәреү үҙенсәлектәре асыҡлана. Закон федераль ҡануниәттәге яңылыҡтарға ярашлы вәкилдәрҙең вәкәләттәрен сағылдыра.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә