Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Рәсәйҙең иң яҡшы биш төбәге иҫәбендәбеҙ
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Илеш районына эш сәфәре барышында ураҡты ойоштороу буйынса “Баҫыу көнө” тип аталған республика семинар-кәңәшмәһендә ҡатнашты, шулай уҡ ҡайһы бер социаль объекттарҙа булды.

Куйбышев исемендәге ауыл хужалығы кооперативы баҫыуында үҙебеҙҙең һәм сит ил ауыл хужалығы техникаһы күргәҙмәһе ойошторолдо. Башҡорт дәүләт аграр университеты, Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми тикшеренеү институты, “Госсорткомиссия” учреждениеһының республика филиалы кәңәшмәгә тематик стендтар әҙерләгән.
Рөстәм Хәмитов тәҡдим ителгән ауыл хужалығы машиналары өлгөләрен ҡарап сыҡты, белгестәр менән әңгәмәләште. Республика йыйынында ҡатнашыусылар араһында Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре, райондарҙың хакимиәт башлыҡтары, хужалыҡ етәкселәре, белгестәр бар ине.
— Республикабыҙ — илдәге иң ҙур ауыл хужалығы төбәктәренең береһе. Беҙ агросәнәғәт продукцияһының байтаҡ күрһәткестәре буйынса иң яҡшы биш төбәк иҫәбенә инәбеҙ. Әммә был өлгәшелгәндәрҙә туҡталып ҡалырға тигәнде аңлатмай. Конкуренция үҫә, башҡа төбәктәр ғәйәт ҙур ресурстар йүнәлтә. Сит илдәр яғынан баҫым арта. Уларҙың заманса, өр-яңы технологиялары баҙарҙа беҙҙе ҡыҫырыҡларға тырыша, — тине үҙенең сығышында Президент.
Семинар-кәңәшмә барышында республика етәксеһе Куйбышев исемендәге ауыл хужалығы кооперативының һөтсөлөк фермаһында булды. Бында “500 ферма” республика программаһын тормошҡа ашырыу тураһында һүҙ барҙы. Хужалыҡ ошо программаға былтыр декабрҙә ҡушылған. Проект буйынса фермала һыйыр һәм быҙау аҙбарына капиталь ремонт үткәреү, силос-сенаж өсөн ике ҡоролма төҙөү күҙаллана. Бының өсөн 43,2 миллион һум аҡса кәрәк. Әле шуның 27 миллион һумы үҙләштерелгән, 10 миллион һумды хужалыҡҡа бюджет бүләсәк. Тағы ла 1 миллион һумды Илеш районы хакимиәте йүнәлтәсәк.
Төбәк башлығы төҙөкләндерелгән һыйыр аҙбарын ҡарап сыҡты, белгестәр менән программаны тормошҡа ашырыу барышы хаҡында әңгәмәләште. Бөгөн “500 ферма”ға республиканың 49 районы ҡушылған. Илеш һәм Туймазы райондарында — туғыҙ, Дүртөйлө һәм Миәкәлә ете хужалыҡ программала ҡатнашыусы йәки ҡатнашыуға кандидат статусына эйә. Былтыр ошо ҙур аграр проектты субсидиялауға республика ҡаҙнаһынан 385 миллион һум аҡса бүленгән.
Артабан республика етәксеһе хужалыҡтың диләнкәһендә булды. Ауыл хужалығы министрлығы вәкилдәре һәм ғалимдар республикалағы һауа шарттарына ярашлы ҙур уңыш бирерлек культуралар хаҡында һөйләне. Баҫыуҙа районлаштырылған культуралар, шул иҫәптән ужым арышы, тритикале (ҡышҡы бойҙай менән арыш ҡушылмаһы), борсаҡ менән арпаның төрлө сорттары үҫтерелә. Белгестәр гектарынан 34 тоннаға тиклем уңыш биргән судан үләненә айырым иғтибар бирҙе. Бында шулай уҡ кукуруздың 24 төрө үҫә.
“Илеш” МТС-ында Рөстәм Хәмитов рапс үҫтерелгән баҫыуҙа булды. Был культура мал аҙығы булараҡ та, май етештереү өсөн дә файҙаланыла. МТС баҫыуҙарында, нигеҙҙә, рапстың “юбилей” сорты киң таралған.
Ялаловтың крәҫтиән (фермер) хужалығы баҫыуында Башҡортостан Президенты культуралар сорттарын һынау һәм үрсетеү менән танышты. Хужалыҡ 1992 йылда ойошторолған. Әле бында 15 кеше эшләй. Фермер ҡарамағына 1 205 гектар ер, шул иҫәптән 1 150 гектар һөрөнтө ер, 40 гектар самаһы бесәнлек инә. Үҙҙәренең ауыл хужалығы техникаһы ла — биш трактор, өс иген йыйыу комбайны, биш йөк машинаһы — бар. Былтыр фермер республиканың 15 районына 800 тоннаға яҡын элиталы орлоҡ һатҡан.
Түбәнге Йәркәй ауылындағы Завод биҫтәһендә Рөстәм Хәмитов комплекслы төҙөлөш проектын тормошҡа ашырыу барышы менән танышты. Был проект “2013 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү” айырым маҡсатлы федераль программаһы буйынса финанслана. Уның дөйөм хаҡы — 255 миллион һум, шуның 218 миллион һумын төҙөлөш-монтаж эшенә сығымдар тәшкил итә. Программаның шарттарына ярашлы аҡсаның 40 процентын — федераль, 60 процентын төбәк ҡаҙнаһы бүлә.
Проект буйынса эш былтыр апрелдә башланған. Әле 110 урынлыҡ балалар баҡсаһы сафҡа индерелгән, яңы лицей уҡыу йылына әҙер. Бөгөн торлаҡ йорттар һалына, тиҙҙән биҫтәлә парк һәм стадион барлыҡҡа киләсәк.
Республика башлығы лицейҙағы уҡыу кластарын, табип бүлмәһен, ресурстар үҙәген, ашхананы, тамаша һәм спорт залдарын ҡарап сыҡты, китапхананың эше менән танышты. Заманса компьютер техникаһы менән йыһазландырылған ресурстар үҙәге информатика, сит телдәр менән шөғөлләнеү, БДИ-ға әҙерләнеү мөмкинлеген бирә. Президент үҙәктең техник мөмкинлектәре менән ҡыҙыҡһынды, Интернетҡа тоташыу тиҙлеген һынап ҡараны.
Мәғлүмәт технологиялары, атап әйткәндә, карточка иҫәбе системаһы ашханала ла индерелгән. Баланың туҡланыуына аҡсаны ата-әсә картаға күсерә. Ашханала ошо карта менән иҫәпләшәләр. Автоматлаштырылған система ата-әсәгә бала һатып алған аҙыҡ-түлек, уның хаҡы хаҡында хәбәр ебәрә. Лицейҙа “Көн буйы мәктәптә” проектын ғәмәлгә индереү күҙаллана. Уға ярашлы дәрестәр тамамланғас та балалар киске 6-ға тиклем яратҡан түңәрәгенә йөрөй аласаҡ. Рөстәм Хәмитов мәктәп хеҙмәткәрҙәренең был башланғысын хупланы.
— Бик дөрөҫ фекер, — тине ул. — Салауатта ошоға оҡшаш ыңғай тәжрибә бар. Унда дәрестән һуң балаларға төрлө түңәрәктәр, секциялар ойошторолған.


Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә