Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Сәйәсәт » Ауырғазы — үҫеш өсөн уңайлы урын
Ауырғазы — үҫеш өсөн уңайлы урынБашҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Ауырғазы һәм Ишембай райондарында булды. Эш сәфәре барышында республика етәксеһе урындағы халыҡ менән осрашты, етештереү һәм ауыл хужалығы объекттарында булды, юл инфраструктураһы төҙөлөшө менән танышты, буласаҡ уңышҡа баһа бирҙе.

Талбазы ауылындағы 87-се лицейҙа “Йәнле ауыл” социаль проекты менән таныштырыу сараһы ойошторолдо. Рөстәм Хәмитов фермерҙар менән аралашты. Унда “Йәнле ауыл” кооперацияһына ингән шәхси ярҙамсы хужалыҡтарҙың проблемалары тикшерелде. Мөрәжәғәттәрҙең күбеһе ауыл хужалығы продукцияһын һатыуҙағы ҡыйынлыҡтарға бәйле ине.
Рөстәм Хәмитов Ауырғазы аҙыҡ-түлек брендтарын булдырырға тәҡдим итте. Уларҙы сауҙа селтәрҙәренә сығарыу мөмкинлеге бар. Бындай продукттар экологик яҡтан таҙа, сөнки химик эшкәртеүгә дусар ителмәй, составында аҙыҡ өҫтәмәләре лә юҡ.
Өфө — Ырымбур юлында урындағы етештереүселәрҙең ауыл хужалығы продукцияһын һатыу буйынса сауҙа комплексын асыу күҙаллана. Республика Президенты был эште тиҙләтеүҙе, объектты бер йыл эсендә асыуҙы талап итте. Өҫтәүенә, күмәртәләп һатып алыусылар өсөн Интернет-магазин ойоштороласаҡ.
— Ауырғазы районы — Башҡортостан үҫешендәге иң һөҙөмтәле биләмәләрҙең береһе. Ул Өфө менән Стәрлетамаҡ, Салауат, Ишембай ҡалаларын берләштереү мөмкинлегенә эйә, — тине Рөстәм Хәмитов.
Төбәк башлығы республиканың Ауыл хужалығы министрлығына Ауырғазы районына ярҙам күрһәтеү йәһәтенән адреслы программа әҙерләргә ҡушты. Киләһе аҙнала “Йәнле ауыл” проекты республика Хөкүмәтендә тәҡдим ителәсәк. Президент шулай уҡ “Йәнле ауыл” бренды аҫтында сыҡҡан әҙер продукция күргәҙмәһен ҡараны. Күргәҙмәгә һөт ризыҡтары, ит ярым фабрикаттары, бал, йәшелсә ҡуйылғайны.
Артабан Башҡортостан етәксеһе Ауырғазы районының Ғүмәр ауылындағы Илдар Шафиҡовтың шәхси ярҙамсы хужалығына юлланды. Хужалар уға 2006 йылдан һыйыр, йылҡы, ҡош-ҡорт үрсетеү менән шөғөлләнеүе хаҡында һөйләне. Әле бында 20 баш һыйыр, биш йылҡы, 1 мең ҡош-ҡорт аҫрала. Үҙҙәренең инкубаторы бар. Хужалыҡта биш кеше эшләй.
Ауылда төбәк башлығы урындағы халыҡ менән аралашты. Кешеләр мал аҙығының ҡиммәтлегенә, итте һатыу хаҡының арзанлығына, ауылда һыу булмауға зарланды.
Республика Президентының маршруты “Ҡыҙылташ” предприятиеһы аша үтте. Бында Рөстәм Хәмитов автоматлаштырылған заманса заводтың етештереү майҙансыҡтарында булды, таҡта ярыу цехын ҡарап сыҡты. Әле заводта кирбес һәм күҙәүле блок етештереү йәһәтенән эш бара. “Ҡыҙылташ” йәмғиәте тиҙҙән йылына 90 миллион дана кирбес етештерәсәк. Был — Рәсәйҙә ошондай үҙенсәлектәргә эйә булған дүртенсе предприятие.
Ишембай районының Смаҡай биҫтәһендә Рөстәм Хәмитов территориаль ижтимағи үҙидараның эшмәкәрлеген баһаланы. Биҫтәнең йәки биләмәнең ихтыяжын унда йәшәүселәр яҡшыраҡ белә. Шуға күрә 2008 йылдан алып бында “Смаҡай” территориаль ижтимағи үҙидараһына берләшкәндәр. Һөҙөмтәлә көтөүлектәргә, сүплектәргә бәйле мәсьәләләрҙе үҙаллы хәл итәләр. Былтырҙан башлап һыу проблемаһы ла яйға һалынған: һыу үткәргес, урамдарҙа ҡоҙоҡтар барлыҡҡа килгән.
— Халыҡ матур, дуҫ-татыу йәшәргә тырыша икән — эштәр уң буласаҡ. Әгәр теләк булмаһа, урындағы үҙидара моделен юғарынан талап менән генә ғәмәлгә индереү мөмкин түгел. Президент та, хакимиәт башлығы ла быны эшләй алмай. Күргәндәремдән яҡшы тәьҫорат ҡалды. Әле беҙ урындағы үҙидараның ҡулай алымын табырға тырышабыҙ. Һеҙҙең тәжрибә барыһы өсөн дә табыштыр, бәлки, — тине Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Президенты Ишембай районының Сәлих ауылы эргәһендәге ҙур һөтсөлөк комплексының төҙөлөш майҙансығында булды. Инвестиция проектында алты мең баш малға иҫәпләнгән ике һөтсөлөк комплексын һәм һөт эшкәртеү заводын һалыу күҙ уңында тотола. Проекттың дөйөм хаҡы — 7,2 миллиард һум.
Төбәк башлығы эш сәфәре барышында Әрметрәхим ауылындағы шәхси эшҡыуар Шәрәфетдиновтың ҡатнаш аҙыҡ етештереү предприятиеһында булды. Бында мал, ҡош-ҡорт өсөн аҙыҡ етештерәләр. Продукция Ишембай һәм күрше райондар хужалыҡтарына һатыла. Производствоның ҡеүәте — йылына 2 мең тонна самаһы. Рөстәм Хәмитов Шәрәфетдиновтың ауыл хужалығы ерҙәрен ҡарап сыҡты.
Республика Президенты Стәрлетамаҡ — Белорет — Магнитогорск юлының сетерекле участкаларын ҡарап сыҡты. Тау юлы 2004 йылда һалына башлаған, 5,5 саҡрым үткәндән һуң, эш туҡтап ҡалған. Иң проблемалы участканың оҙонлоғо — 21 километр. Ул Маҡар ауылынан Казармаға тиклем һуҙыла. Тау-таш араһынан аҡҡан шишмәләр арҡаһында иҫке юлдан яҙ-көҙ йөрөү ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙыра.
Рөстәм Хәмитов юл төҙөлөшөн дауам итеү тураһында ҡарар ҡабул итте, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетына был эште 2015 йыл аҙағына тиклем тамамлау бурысын ҡуйҙы. Төҙөлөшкә 350 миллион һум аҡса йүнәлтелгән, тағы ла 450 миллион һум кәрәк. Магнитогорскиға илткән юлды реконструкциялауға ла өҫтәмә сығым талап ителә. Ләкин был транспорт коридоры пассажирҙар ташыу өсөн генә түгел, шулай уҡ республикала ағас әҙерләүҙе үҫтереү йәһәтенән дә, Башҡортостан биләмәһе аша үтәсәк “Европа — Көнбайыш Ҡытай” халыҡ-ара магистрале тармаҡтарының береһе булараҡ та бик мөһим.


Автор: Л. ДӘҮЛИЕВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты

Башҡортостан Башлығы Пржевальский аты буйынса яңы проект әҙерләргә ҡушты 14.09.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров яңы проект әҙерләргә ҡушты. Ул Рәсәйҙә Пржевальский атының иң ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты

Башҡортостан Башлығы йәш туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусылары менән осрашты 10.09.2026 // Сәйәсәт

9 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың йәш туған тел һәм әҙәбиәт ......

Тотош уҡырға 0

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды 31.07.2026 // Сәйәсәт

2026 йылдың авгусында ниндәй закондарҙың көсөнә инеүе билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде

Өфө мэры урынбаҫары Шайморатов миҙалы менән бүләкләнде 29.07.2026 // Сәйәсәт

Илдар Хәбибуллин 2024 йылда БАРС-18 ирекле отряды составында МХО биләмәһендәге хәрби хәрәкәттәрҙә ......

Тотош уҡырға 0

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы 28.07.2026 // Сәйәсәт

Рәсәй президенты хәрби хеҙмәткәрҙәр һанын арттырҙы...

Тотош уҡырға 0

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне 28.07.2026 // Сәйәсәт

Владимир Путин Башҡортостанда яңы судьялар тәғәйенләне...

Тотош уҡырға 0

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте

Өфө ҡала советы бер тауыштан ҡала мэры Мәүлиевты вазифаһынан ситләтте 14.07.2026 // Сәйәсәт

Был хаҡта 14 июлдә Өфө ҡалаһы округы советының сираттан тыш 65-се ултырышында ҡала советы рәйесе ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк» 13.07.2026 // Сәйәсәт

Радий Хәбиров: «Бензинға бәйле хәлде махсус контролдә тоторға кәрәк»...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне

Башҡортостан Башлығы «Атайсал» проектында ҡатнашыусы Рафаэль Хәкимовты бүләкләне 13.07.2026 // Сәйәсәт

Өфөлә Башҡортостан хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй ......

Тотош уҡырға 0

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы

Үҙәк һайлау комиссияһы «Берҙәм Рәсәй»ҙән Дәүләт Думаһына кандидаттар исемлеген раҫланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Үҙәк һайлау комиссияһы Дәүләт Думаһына һайлауҙар өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһынан кандидаттар ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы

Башҡортостан иҡтисади үҫеш министрының беренсе урынбаҫары вазифаһын ҡалдырҙы 10.07.2026 // Сәйәсәт

Башҡортостан Республикаһы иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министрының беренсе урынбаҫары ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы

Радий Хәбиров Өфө хосписын тыуған көнө менән ҡотланы 10.07.2026 // Сәйәсәт

9 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров хеҙмәткәрҙәрҙе һәм ирекмәндәрҙе Өфө хосписының тыуған ......

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә